САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Июль 2019, 13:49

Эш сифатына айырым иғтибар

БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - Толаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев Дүртөйлө ҡалаһында эш сәфәре менән булды һәм районда йәшәүселәрҙе ҡабул итте, төҙөкләндереү һәм капиталь ремонтлау объектларында эштәр торошы менән танышты.
Әлеге ваҡытта төбәк операторы, түбәһенә капиталь ремонт үткәргән, эштәр инде тамамланыу стадияһында булған Пионер урамындағы 27/1һанлы йорт эш барышы менән танышып йөрөүҙең беренсе нөктәһе булды. Артабан ҡунаҡ Гостенов урамындағы баҫҡыс майҙансыҡтарында эске биҙәү эштәре башҡарылған 34-нсе йорт подъездарын ҡараны. Унда йәшәүселәр министрға үҙ теләктәрен белдерҙе һәм подъезға кереүҙең хәҙер инде күпкә күңеллерәк булыуын белдерҙе.
«Башҡорт ихаталары» проектын ғәмәлгә ашырыу ҡыҫаларында ҡалалағы йорт ишегалдарын төҙөкләндереүгә лә уҙ баһаларын ҡуйҙы. Бөгөн подрядсылар 1-нсе Май урамындағы 2, 2а, 19 нсы, Матросов урамындагы 17,18-нсе йорттар ишегалдындағы үтеп йөрөү урындарына һәм тротуарҙарға асфальт йәйә.
Бында шулай уҡ Матросов урамындағы 11,15-нсе һәм шул уҡ урамдағы 12,13,14,16-нсе һанлы йорттар ишегалдындағы территорияларҙы төҙөкләндереү буйынса төҙөлөш-монтажлау эштәре дауам итә.
Иванай ауылындағы «Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһы буйынса күҙгә күренеп яңырған ял итеү урыны эштәр торошо менән танышып йөрөүҙең ахырғы нөктәһе булды.
Читайте нас: