Сәләмәтлек торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн традицион туристик слет был юлы республика инвалидтар йәмғиәте ҡармағындағы «Иҙел» физкультура-спорт клубының 30 йыллығына бағышланды. Ул Кушнаренко районындағы һыулыҡтың матур ярында уҙҙы.
Ярыштар программаһында катамарандар уҙышы, йәйәүле туризм, спорт ориентлашыуы, коляскаларҙа велотуризм булды.
Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Дүртөйлө районы бүлексәһенең дүрт кешенән торған командаһы барлыҡ ярыштарҙа ла ҡатнашты.
Турслет программаһы мәҙәни-күңел асыу сараларын да үҙ эсенә алғайны. Улар барышында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр үҙҙәренең аралашыу даирәһен киңәйтте, рух күтәренкелеге алды. Балыҡ ҡармаҡларға яратыусылар өсөн дә шөғөл табылды.