САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Июль 2019, 17:56

Кесе Ватан нимәнән башлана?

Г.Саҙриева,

китапханасы;

Ю.Шакирова,

мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.


Нимә ул Ватан? Тыуған яҡ, тыуған төйәк нимәнән башлана? Был һорауҙарға яуапты кешелектең бер генә быуыны эҙләмәй инде. Илебеҙҙең һәр кешеһенә таныш булған “Ватан нимәнән башлана?” йыры ла ошо рухи эҙләнеүҙәрҙең бер сағылышылыр ул.

Ысынлап та, нимәнән башлана һуң ул тыуған яҡ? Һәр кеше был һорауға үҙенсә яуап бирәлер, моғайын. Кем өсөндөр ул тыуған йорт, тыуған ихата булһа, башҡа берәүҙәр өсөн йорт түрендәге баҡсала йәки ҡапҡа эргәһендә үҫеп ултырған ҡайын, ә өсөнсөләре өсөн баҡса артындағы инештең башы булған селтерәп аҡҡан шишмә яки ауыл башындағы урман да, дүртенселәр өсөн урамдаш дуҫтары, мәктәптә бергә белем алған һабаҡташтары ла булырға мөмкин. Һәр ҡайһыбыҙ өсөн айырыса ҡәҙерле, ҡайҙа ғына барһаҡ та һағынып, ашҡынып ҡайта торған, тыуған йорт кеүек ғәзиз төйәк ул тыуған ер. Өлкәндәр өсөн генә түгел, балалар өсөн дә ғәзиз ул кесе Ватан. Хәтерләйһегеҙме, мәктәптә уҡыған йылдарҙа йәйге каникул көндәрендә лагерғамы йә алыҫҡараҡ берәй яҡҡа ҡунаҡҡа барырға тура килһә, өйгә ҡайтыр көндәрҙе һанап көтөп ала торғайныҡ. Ҡунаҡта нисек кенә рәхәт, йәмле булһа ла, тыуған ерҙең тартыу көсө шул ҡәҙәр көслө була торғандыр ул, күрәһең.

Әлбиттә, тыуған ергә һөйөү, илһөйәрлек сифаттары дөньяға килгән һәр балаға әсә һөтө менән тәбиғәтенә һалынһа ла, уны кесе йәштән үк хуплап, даими үҫтереп тороу мөһим. Был аҫыл сифаттар бала күңеленә ғаиләлә генә түгел, мәктәптә, халыҡ араһында тәрбиә-ағартыу эшен алып барған мәҙәниәт учреждениеларында һалынһа, бының һөҙөмтәһе тағы ла яҡшыраҡ була. Сөнки бер генә кеше лә йәмғиәттән айырым йәшәй алмай, уның ҡанундары – милли үҙаң, дөйөм кешелек ҡанундары ла әле ул. Быны бар тулылығында аңлап, Яңы Ҡото ауыл китапханаһы китапханасыһы һәм ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе балаларҙың йәйге ял көндәрендә “Минең яратҡан ауылым — Яңы Ҡото” тигән һүрәттәр конкурсын үткәрҙе.

Сараның маҡсаттары – балаларҙа тыуған ергә һөйөү һәм патриотлыҡ хисе тәрбиәләү, малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың буш ваҡытын улар өсөн файҙалы итеп үткәреп, ижади һәләттәрен үҫтереү һәм, әлбиттә инде, китап уҡыуға йәлеп итеү. Конкурста ҡатнашыусылар кескәй Ватандары менән бәйле булған бөтә нәмәне – ауыл күренештәрен, тыуған урамын, ата-әсәһе йортон – ҡысҡаһы, күңеленә нимә яҡын, шуны һүрәтләй алды. Сара барышында балалар шулай уҡ тыуған ауылдары тарихы, аның тәбиғәте, ауыл ерлегендә ҡулланылған топонимнарның килеп сығышы тураһында үҙҙәре белгән мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты. Сара ахырында конкурста ҡатнашыусылрға истәлекле бүләкләр тапшырылды.

Бәйге бик тә мауыҡтырғыс һәм сағыу булды. Һәм унда кемдең еңеүе бөтөнләй ҙә мөһим түгел. Иң мөһиме – был көндө ошо ауылда тыуып, үҫеп килгән малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың күңеленә тыуған ауыл, кесе Ватан менән ғорурланыу, уны һөйөү тойғоһо һалынды һәм был хис улар үҫкән һайын улар менән бергә үҫер, был балалар өлкәнәйгәс тә үҙ ерҙәренең ысын патриоттары булырҙар, тигән өмөт уята.
Читайте нас: