САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Июль 2019, 11:57

Баҫыу уңғандары ял белмәй

Илеш районы хужалыҡтарында мөһим кампания - «йәшел ураҡ» дауам итә. «Мир» йәмғиәте уңғандары ла ваҡыттан дөрөҫ файҙаланып, мал аҙығының ныҡлы базаһын булдырыу өсөн көс һала. Малдарҙы аҙыҡ менән тәьмин итеү һәм етештереү күләмен арттырыу өсөн механизаторҙар сенаж сала, бесән запасы туплай.
Хужалыкта мал аҙығы культуралары 1393 гектарҙы биләп, шуның 633 га – күп йыллыҡ, 380 га – бер йыллыҡ, 380 га кукуруз тәшкил итә. Мирҙар ағымдағы йылда һәр шартлы баш малға 42,5 ц аҙыҡ берәмлеге әҙерләүҙе бурыс итеп ҡуйған. Шуға ярашлы, кооператив эшсәндәре сенаж һалыуҙы ойошҡанлыҡ менән башҡара. Улар тәүҙә Ҡарабаш фермаһы өсөн һыуһыл аҙыҡ туплаған, хәҙер «йәшел ураҡ»сылар Яңы Күктау бригадаһына күскән.
Читайте нас: