САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Июль 2019, 16:41

Ғаилә бәхете миҙалы

Ул Бөтә Рәсәй Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә тапшырыла. Быйыл был миҙалға Фәрзәнә һәм Мәсғүт Хәйруллиндар лайыҡ булды.
«Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» иҫтәлекле миҙалын тапшырырға район хакимиәте башлығы Риф Йосопов, учреждениелар һәм йәмәғәтселек вәкилдәре килде.
Районда ауыл хужалығын үҫтерүгә ғәйәт ҙур өлөш индергән Мәсғүт Хәйруллиндың исеме күптәргә таныш. Район ауыл хужалығы техникаһы предприятиеһын булдырыуҙа уның роле юғары баһаға лайыҡ. Ул етәкселек иткән йылдарҙа предприятие, үҙенең етештереү потенциалын арттырып, алдынғы позицияларға сыҡты.
Фәрзәнә Хәсәнша ҡыҙы үҙенең хеҙмәт юлын педагогикаға бағышлаған. Ауыл мәктәптәрендә һәм Дүртөйлө ҡалаһының 1-нсе урта мәктәбендә химия, биологиянан уҡытҡан. Тормош иптәшенә ышаныслы терәк-таяныс булған. Уларҙың ғаилә бәхетенең сере – үҙ-ара аңлашыуҙа һәм бер-береңде хөрмәт итеүҙә.
Әлеге ғаилә пары 60 йылдан артыҡ мөхәббәттә дуҫ-татыу йәшәй. Йәмғиәттә үҙҙәренең лайыҡлы урынын тапҡан балалар үҫтергәндәр.
Читайте нас: