САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Июль 2019, 18:12

Төкәй-Тамаҡ ауылы һәммәһен байрамға йыйҙы

Гөлфиә Вәлиханова,
Өфө ҡалаһы.
Районыбыҙҙың матур тәбиғәтле мөйөшөндә урынлашкан Төкәй-Тамаҡ ауылында шаулап-гөрләп «Һағындым ауылымды» тип исемләнгән ауылдаштар менән осрашыу байрамы уҙҙы. Һағыныу хисе алыҫта һәм бында йәшәүселәрҙе бер урынға – ауыл түренә йыйҙы. Байрамда күңелле бала саҡты, йәшлек йылдарыбыҙҙы иҫкә алып, төйәгебеҙ тарихына ҡағылып үттек. Сара барышында ауылыбыҙҙың иң өлкән кешеләре Зиһиҙә Ғиҙҙуллинаны, Әсҡәт Мәхмүтовты һәм иң кескәй сабый (һигеҙ айлыҡ) Рияна Фәрхетдинованы ҡотланыҡ. Уларҙың барыһы ла – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ, тимәк ауыл йәшәгелй әле. Өлкән йәштәгеләрҙән алып балаларға тиклем, төрлө милли уйындарҙа актив ҡатнашты. Дәртле бейеүҙәр, моңло йырҙар һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ауылдашыбыҙ, йырсы Азамат Ғайнанов һәм ижадташ дуҫтары – ТРның Яр Саллы ҡалаһы артистары байрамға тағы ла йәм өҫтәне.
Ауылыбыҙ кескәй генә булыуға ҡарамаҫтан, был байрам ауылдаштарыбыҙҙың, яҡташтарыбыҙҙың теләге һәм аҡсалата ярҙамы менән өсөнсө тапҡыр үткәрелде. Эйе,бергәләшеп күрешеп, осрашыу– үҙе бер ғүмер бит. Байрамдан һәр кемдең күңеле булып китте. Сараны ойоштороуға ярҙам иткән барлыҡ ауылдаштарға, яҡташтарға ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Читайте нас: