Сыр һатып алғанда уның ҡасан етештерелеүенә иғтибар итегеҙ. Әгәр ҙә ул майланып тора икән, тимәк, продуктты тейешле температурала һаҡламағандар, ул йылыла торған, кибә башлаған. Сифатлы сырҙа сатнаған урындары булмай. Кибет кәштәләренән хәҙер ҡоро һөт ҡушып эшләнмәгән сифатлы сырҙы табыуы ла ауыр. Арзан икән, тимәк, ул һөттән генә яһалмаған. Сыр үҙенә ят еҫтәрҙе тиҙ һеңдерә, боҙолоп бара. Шуға уны һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Боҙолоп барған был аҙыҡ йомшара, тәмһеҙләнә башлай, күгәрә. Сифатын белер өсөн уны оҙонсалап ҡырҡығыҙ ҙа, бөгөп ҡарағыҙ. Сифатлыһы бөкләгәндә һынмай. Үҫемлек майы ҡушылмай эшләнгән сыр һары, аҡ төҫтә була. Уға стабилизаторҙар, консерванттар ҡушылмай. Ҡабында Е билдәһе булһа, түбән сифатлы ҡушылмалар ҡулланылған. Сырҙың һаҡлау ваҡыты 1-6 ай тип яҙыла. Етештереүселәр һаҡлау ваҡытын оҙонайтыу өсөн антибиотиктар ҡуша. Тәбиғи компоненттарҙан яһалған сыр бер ай ғына һаҡлана.