САРМАНАЙ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Июль 2019, 21:22

Баласаҡ әкиәттәре һүрәттәрҙә йәнләнде

Беҙ барыбыҙ ҙа әкиәттәр яратабыҙ. Улар беҙҙе тугандан алып сәңгелдәк йырҙары кеүек оҙата бара, туғандан алып олы йәшкә ҡәҙәр юл үтә. Кескәй саҡтан тылсым-могжизалы был бәйәндәрҙе балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә уҡыйбыз, шуға күрә улар әкиәт тыңламайынса йоҡламай да инде. Уларҙы беҙгә әсәйҙәр, өләсәйҙәр һөйләйҙәр, ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа балаларға, ә улар киләһе буындарға тапшыра. Бөтә кеше лә әкиәттәр тыңлап үҫәлер ул.

Нимә һуң ул әкиәт? Ул – фольклор йәки әҙәбиәт жанрларының береһе. Нигеҙҙә, тылсымлы донъяның эпик әсәре. Ябай һүҙҙәр менән әйткәндә әкиәт ул – тылсым, могжиза! Беҙ әкиәттәрҙе уҡый, һөйләй, йәнһүрәт яки театраль тамаша рәүешендә ҡарай һәм хатта үҙебеҙ уйлап сығара алабыҙ. Тағы ла беҙ уларҙы һүрәттәрҙә тасуирлай алабыҙ.

Күптән түгел Саҡмағош районының Тайнаш авылы мәҙәниәт йортонда «Баласаҡ әкиәттәре» исеме менән һүрәттәр конкурсы үткәрелде. Мәҙәниәт йортоноң сәнғәт етәксеһе Сулпан Ғалимова һәм конкурста ҡатнашырға килгән балалар тәүҙә әкиәтте нисек аңлауҙары тураһында һөйләштеләр. Һуңыннан балалар эшкә кереште. Һәр ҡатнашыусы үҙенең яратҡан әкиәт геройын һүрәтләне. Балалар был эште ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡарды. Ҡатнашыусыларҙың бөтә эштәре дә бәяләнде һәм призҙар сифатында уларға буяғыс китаптар тапшырылды. Сара ахырында уйындар менән тематик дискотека уҙҙы. Был сараның маҡсаты — балаларҙың әкиәттәр тураһындағы белемдәрен арттырыу, ижади сәләттәрен үҫтереү, фекерләү кеүәһен һәм хәтерҙе үҫтереү, һәм, әлбиттә, әкияттәргә мөхәббәт тәрбиәләү булды.

Сулпан Ғалимова.
Читайте нас: