Шишмәләр – ер ҡуйынынан урғылып сыҡҡан саф һәм шифалы һыулы илаһи бер мөғжизә. Шуға күрә улар тураһында элек-электән үк риүәйәттәр, легендалар яҙылған. «Изге урындарҙа ғына шишмәләр бәреп сыға», – тип әйткән бит боронғолар ҙа.
Илеш ерлегендә шишмә-ҡойолар бихисап. Уларҙы һәр ваҡыт ҡарап, сүп-сарҙан таҙартып торалар. Дөмәй ауыл Советы ауыл биләмәһендәге «Зәмзәм шишмәһе» ағымдағы йылда яңыртылып, буяу эштәре башҡарылған. Ул алыҫтан уҡ балҡып ултыра. Бында ял итеү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған.