Беҙҙең Саҡмағош Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүсе һәм Рус география йәмғиәтенең райондағы бүлеге ағзалары булып торған малайҙар һәм ҡыҙҙар йәйге каникул көндәрен айырыуса түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ниңә тип уйлайһығыҙмы? Сере ябай – алда әйтеп үтелгән был үҙәк һәм бүлек педагогтары йылдың-йылында йәйге каникул көндәрендә балалар менән республиканың төрлө төбәктәренә турист сәфәрҙәре ойошторалар. Ә үҫмерҙәр өсөн алыҫ юлдан һуң бик тә матур тәбиғәтле ерҙәрҙе күреп, палатҡаларҙа йәшәү, усаҡ янында гитара менән йырлау романтикаһын кисереп һәм иң мөһиме – тау-ҡыяларҙы буйһондороу шатлығын тойоп, төрлө мәмерйәрҙә булыуҙан да артығыраҡ нимә бар? Балаларҙы цивилизация ҡаҙаныштарынан, заманса гаджеттарҙан бер ни ҡәҙәр ваҡытҡа булһа ла айырып тороу, экологик яҡтан айрыуса таҙа булған төбәктәрҙең саф һауаһын һулау һәм шишмәләренең һыуын эсеү улар сәләмәтлеген нығытыуға бик тә уңай тәьҫир яһауын һөйләп тораһы ла түгелдер, тип уйлайым.
Быйылғы йәйҙә лә был матур традицияны дауам итергә булдыҡ. 8 июлдән 12 июлгә ҡәҙәр Саҡмағош балалар ижад үҙәге һәм Рус география йәмғиәтенең район бүлеге Ишембай районына сәфәр ойошторҙо. Башҡортостандың иң гүҙәл тәбиғәте менән дан тотҡан был ергә йүнәлгән походҡа «Мажаралар эҙләгәндә» берләшмәһендә, уҡыусыларҙың «Глобус» фәнни йәмғиәтендә тәрбиәләнеүсе 40 бала, шулай уҡ район һәм республика ярыштарында һәм конкурстарында иң иң әүҙем ҡатнашыусы егеттәр һәм ҡыҙҙарыбыҙ ҡатнашты.
8 июнь көндө һауа торошо бик һөйөндермәүе, юлыбыҙ дауамында ямғыр яуыуы бер аҙ кәйефтәрҙе ҡырҙы-ҡырыуын. Әммә Ишембай районына килеп еткәндә, сәфәребеҙгә тәбиғәт үҙе хәйерхаҡлы булыуын белдергәндәй, һауа торошо яҡшырып, был ер беҙҙе йәмле итеп ҡаршыланы. Көн кискә ауышҡанда беҙҙең төркөм лагерь ҡорҙо һәм киске ашты ашағандан һуң рәхәтләнеп футбол уйнаныҡ.
Ә инде иртәгәһенә ҡатмарлы маршрут алдынан бер аҙ ял иттек: ялан мунсаһында йыуындыҡ, Рената Әһәҙуллинаның гитара аккомпанементына йырланыҡ, Алһыу Моратова башҡаруындағы йырҙарҙы тыңлап кинәндек.
Артабан инде беҙ маршрутҡа ҡуҙғалдыҡ. Беҙҙе ошонда йәшәүсе Айгиз Мәҡсүтов һәм уның иптәштәре оҙатып йөрөнө. Был маршрут планы буйынса беҙҙең төркөм Айыу мәмерйәһендә булып, уны ҡарағандан һуң Бужа тауына күтәрелде.
Һоҡланып туймаҫлыҡ тәбиғәтле был яҡтарға сәфәребеҙҙең дүртенсе көнөндә уҡыусылар Ғүмәр ауылында йәшәүсе тиҫтерҙәре менән футбол уйынында үҙ оҫталыҡтарын һынаны. Иптәштәрсә матчтың беҙҙең команда файҙаһына еңеү менән тамамланыуы бик тә шатлыҡлы булды. Сәфәребеҙҙең һуңғы кисендә һаубуллашыу усағын дөрләттек һәм салютҡа ҡарап һоҡландыҡ.
12 июлдә сәфәрҙә ҡатнашыусылар ял итеп, бик күп шатлыҡлы тәьҫораттар туплап һәм походтан бик тә ҡәнәғәт булып тулы составта Саҡмағошҡа әйләнеп ҡайттылар.
Беҙҙең төркөм ағҙалары был сәфәрҙе ойошторошҡан Ғүмәр ауылы халҡына, айырыуса Айгиз Мәҡсүтовҡа, Денис һәм Динара Вахитовтарға, Фәнзил Әхмәтовҡа һәм Азамат Кәримовҡа ҡунаҡсыллыҡтары һәм походты үткәреүҙә ярҙамдары өсөн бик тә рәхмәтле. Хәҙер инде беҙ уларҙың үҙҙәрен ҡунаҡ сифатында Саҡмағош районында көтөп калабыҙ.