САРМАНАЙ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Июль 2019, 18:58

Тынмаһын гармун моңдары

Өҙгөләнә гармундары илдең...

Халыҡ йәне, тимәк, буш түгел.

Әйтер һүҙен ул бит ғүмер буйы

Гармундарға, йырға ҡушты гел.

Беҙҙең яҡтарҙа элек-электән гармунһыҙ ауыл булмаған. Йәштәрҙең аулаҡ өйҙәре, киске уйындары береһе лә уйын-йырһыҙ, баян-гармунһыҙ үтмәгән. Үткән шәмбелә Бәрҙәсле ауылы халҡы «Һайрашып, йырлашып, әйҙәгеҙ йыйынып, ҡайтарайыҡ гармундар тауышын» гармунсылар байрамын киң ҡолас менән билдәләне. Был байрамдың тап ошо ауылда үткәрелеүе һис тә осраҡлы түгел. Кескәй генә Бәрҙәсле – элек-электән халыҡтың ошо яратҡан уйын ҡоралын үҙ итеүсе моңһөйәрҙәре күп булуы менән дан алған төбәк ул. Көндөҙгө сәғәттәрҙә яҡташтар сараны үткәреү урынына йыйылды. Байрамды ойоштороусы Аблай ауыл мәҙәниәт йортоноң сәнғәт етәксеһе Лида Шәйәхмәтова, китапханасы Рәзифә Арыҫланова бай йөкмәткеле сценарий әҙерләнеләр. Сарала шулай уҡ Киндеркул ауылы клубы мөдире Раушания Гәрәева дә ҡатнашты. Йәйге осорҙағы иҫәпһеҙ-һанһыҙ мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып тороп, күптән күрешмәгән яҡташтар, туғандар менән осрашырға мөмкинлек биргән, көтөп алынған был байрамға күмәк, берҙәм булып йыйылды был көндө ауыл халҡы. Ҡайҙа ҡараһаң да, осрашыу-әңгәмәләшеү шатлығынан балҡыған йөҙҙәр, көлөшөү-сәләмләшеү тауыштары яңғырап тора. Байрам барыһына ла яҡшы кәйеф, күңел күтәренкелеге, уңай эмоциялар бүләк итте. Бындай саралар кешеләрҙе берләштерә һәм һәр кемдең күңел түрендә йөрөткән кескәй Ватаны менән бәйләнеш ептәрен тағы ла нығыта, ошо ерлектән сыҡҡан яҡташтарҙың нәҫел сатҡыларын да ата-әсә, олатай-өләсәйҙәрҙең изге тупрағына еректерә. Улар бында тыуған, йәшәгән, туған ауылды тағы ла йәмләү өсөн бөтә тырышлығын биреп хеҙмәт һалған. Ә урман ҡосағына һыйынып ултырған кескәй генә дә, төш кенә булған был ауылда талантлы кешеләр — бейеүселәр, йырсылар элек-электән күп булған. Ауыл бер ҡасан да гармунсылар, баянсыларға мохтажлык кисермәгән һәм, башка төбәктәрҙән айырмалы булараҡ, шөкөр, улар әле лә байтаҡ. Был байрам көнөндә дә гармун моңо һәм йыр төрле йәштә булған һәм төрлө һөнәрҙәр һайлаған кешеләрҙе берләштерҙе. Рәфиҡ Мусин, Резеда Сәйетгәрәйева, Лида Шәйәхмәтова, Самат Гәрәев, Рәсимә Зәйнетдинова, Раил Мусин, Рөстәм Йәһуҙин, Сулпан Гәрәева, Ләлә Вилданованың йырҙары, Лилиә Мәжитованың бейеүҙәре һәр кемдең күңеленә хуш килде. Бөтә ҡунаҡтарҙы һәм ауыл халҡын Әйүповтар, Мөхәмәтйәновтар, Мусиндар, Хөсәйеновтар, Сөләймановтар, Йәһүҙиндар ғаиләләре майҙанға йыйылыусыларҙы күптән түгел генә билдәләнгән ғаилә ҡиммәттәренә дан йырлаған яҡты, матур байрам менән ҡотланы, яҡташтары уларҙың үҙҙәренә лә бик күп рәхмәт һүҙҙәрен һәм иҙге теләктәрен еткерҙе. Йәш быуын вәкилдәренең йыр-моңло күстәнәстәре лә сараның матур биҙәге булды. Илнара Сәйетгәрәева башҡарыуындағы бейеү, Нәргизә Зөбәйерова бүләк иткән йыр һәм Искәндәр Ғәлләмов яңғыраткан гармун көйҙәре быуындар бәйләнешенең ныҡлығын, йәштәрҙең дә кескәй Ватандарының рухи ҡиммәттәренә битараф булып ҡалмай, улар нигеҙендә тәрбиәләнеп үҫеүен тағы ла дәлилләне.

Был байрам яҡты һәм иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға һәм ауылдың артабанғы йәшәйеше, үҫеше хаҡына рухланып эшләү өсөн яңы этәргес булғандыр, тип өмөтләнәбеҙ. Тәбиғәт тә, беҙҙең ошо теләгебеҙгә ҡушылғандай, был көндө беҙҙе яҡшы һауа торошо менән һөйөндөрҙө. Байрам бик күңелле үтте. Ойошторолған саранан унда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды һәм артабан да бындай байрамдарҙы үткәреүҙе үтенде. Кешеләр күңеле гармун моңона мохтаж икән, тимәк, игелекле-изгелекле, халкыбыҙҙың рухи мирасы ҡәҙерләп һаҡланасаҡ киләсәккә дә ышаныс-өмөт бар әле. Әйҙә, йәшәһен гармун! Сикһеҙ даръялай киң дә, тәрән дә халыҡ моңон иң ғәмһеҙ күңелдәрҙе лә елкендерерлек итеп яңғыратһын гармун! Үткәндәрҙе хәтерләтеп, йөрәктәрҙе дәртләндереп һайраһын гармун!

Лида Шәйәхмәтова,

Аблай ауылы мәҙәният йортоноң художество етәксеһе.
Читайте нас: