САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Июль 2019, 18:07

Бында хеҙмәткә һәм тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләнә

Үрге Маншыр урта мәктәбенең уҡытыу-тәжрибә участоғы 1га майҙанды биләй. Бында йәшелсә, баҫыу, еләк-емеш, сәскә-декоратив культуралары, башланғыс кластар бүлектәре булдырылған, шулай уҡ дендрарийға майҙан бүленгән.
Үрге Маншыр урта мәктәбендә 66 бала белем ала. Ағымдағы йыға етерлек күләмдә бәрәңге, кишер, һуған, ҡыҙыл сөгөлдөр, кәбеҫтә, һарымһаҡ ултыртылған. Мәктәп баҡсаһында үҫкән йәшелсәләр ашханала ҡулланыла, йыл әйләнәһенә етерлек итеп баҙға һалынып ҡуйыла. Бынан тыш, компот өсөн алмалар киптерелә һәм емештәр туңдырыла. Артып ҡалған йәшелсәләр һәм емештәр халыҡҡа һатыла. Уларҙан ингән аҡса мәктәптең матди-техник базаһын нығытыу һәм кластан тыш саралар үткәреү өсөн кулланыла.
Читайте нас: