Йәй – һәр бала өсөн көтөп алынған осор. Барлыҡ уҡыусыларда дәреҫтәрҙе оҙаҡҡа оноторға мөмкин булган ошо бәхетле көндәрҙе түҙмһеҙлек менән көтә. Һәм бына зарығып көтөп алған каникулдар етә. Күпселек ата-әсәйҙәр эш менән мәшғүл. Уҡыусыларҙың йәйге ялын ойоштороу маҡсатында 5-нсе урта мәктәптә йәйге осорҙа балалар «Ҡояш ҡалаһы» тип аталған мәктәп яны лагерь эшләй. Уларға өйҙән алыҫ китәргә кәрәкмәй, үҙҙәре өйрәнгән мөхиттә урынлашҡан һәм төрлө саралар үткәргән ваҡытта кем генә ситтә калыр икән.
Уҡусыларҙың көндөҙгө лагерьга йөрөү программаһы төрлө: спорт-танып белеү, аң-белемде үҫтереү саралары һәм уйындары менән байытылған, улар малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың актив ял итеүенә булыша, иң мөһиме, ижади сәләтте үҫтерә, дуҫлашырга һәм берҙәм булырға өйрәтә.