САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Июль 2019, 17:08

«Маяҡ»та эштәр гөрләй

Районыбыҙ хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү дауам итеп, ауыл эшсәндәре көйһөҙ торған һауа торошона ҡарамаҫтан, ҡояшлы көндө һөҙөмтәле файҙаланып ҡалырға ашыға. Йәшел туғайҙарҙа, болондарҙа көнө буйы бесән, сенаж сабыусы, ташыусы техника гөрөлтөһө яңғырай. «Маяҡ» кооперативы уңғандары ла барлыҡ көсөн һалып, малдарға ҡышҡа аҙыҡ туплай.
Бында ҡышҡылыҡҡа етерлек сифатлы аҙыҡ туплау тейешенсә ойошторолған. Бар эште ҡеүәтле техника башҡара, баҫыуҙарҙа ҡыҙыу хеҙмәт шауы иртәнән кискә тиклем дауам итә.
Кооперативта 150 т. бесән хәҙерләнеп, Дөмәй һөтсөлөк фермаһы янына өйөлөп ҡуйылған. Бер баҙ (3500т) сенаж тупланып, ул барлыҡ технологияларға ярашлы, ҡапланып ҡуйылған. Әлеге ваҡытта ла һуһыл аҙыҡты хәҙерләү дауам итеп, 185 гектар майҙандағы борсаҡ сенажға һалына.
Дөмәй ырҙын табағында «ЗАВ-20», «ЗАВ-40» ремонтланған, складтары таҙартылып, дезинфекцияланған, кыҫкаһы, яңы уңышты ҡабул итәргә әҙер маяҡтар. Шулай уҡ хуҗалыҡ уңғандары ошо көндәрҙә ураҡҡа төшөүҙе лә планлаштыра, һауа шарттары ғына уңай булһын.
Читайте нас: