САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Июль 2019, 18:08

Һабаҡташтар осрашты

Мәктәпте тамамлағандан һуң тиҫтә йылдар үткәс элекке һабаҡташтарҙың осрашыуы – айырыуса тулҡынландырғыс, шатлыҡлы сара. Ул синыфташтар, уҡытыусылар менән күрешергә, күңел түрендә матур хәтирә булып һаҡланған мәктәп йылдарын искә алырға һәм ғүмер юлында ирешкән уңыштар менән уртаҡлашырға мөмкинлек бирә. Ун йыл мәктәптә бергә уҡыу дәүерендә синыфташтар бергә “бер бот тоҙ ашайҙар”, шатлыҡтарҙы-көйөнөстәрҙе бергә кисерәләр, тимәк, бер-береһен яҡшы беләләр, ысын мәғәнәһендә яҡын кешеләргә әүереләләр. Йылдар үтеү менән һабаҡташтар дуҫлығы нығына ғына. 6 июль көнөндә ауыл мәҙәният йортонда осрашыу кисәһенә йыйылып, Аблай урта мәктәбенең1979 йылғы сығарылыш унынсы «А», «Б» һәм «В» синыфтары уҡыусылары быға тағы ла инанды. Улар өсөн туған мәктәптәрендә һуңғы кыңғырау сыңлағандан һуң дүрт тиҫтә йыл үтте. Осорҙаштарға башланғыс синыфтарҙа белем биргән уҡытыусылары Зәкирә Фазлыйәхмәт ҡыҙы Ғайсина, 10 «Б» синыфы етәксеһе Флүҙә Ғали ҡыҙы Усманова, биология уҡытыусыһы Нәфиға Насип ҡыҙы Ғабдуллина һәм математика уҡытыусыһы Гөлзирә Нуриәхмәтова сараның мәртәбәле ҡунаҡтары булды. Был педагогтар һәр ваҡыт өлгө булды һәм 40 йылдан һуң да уларҙың һәр ҡайһы тураһында рәхмәтле уҡыусылары бик күп яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар үҙҙәре, ғаиләләре, башҡарған хеҙмәттәре тураһында һөйләнеләр, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштары менән бүлештеләр. Ни үкенес, тиҫтә йылдар үткәндән һуң элекке һабаҡташтарҙың тулы составта йыйылыу – үтә лә һирәк күренеш. Был көндө осрашыуға килгән ауылдаштар ҙа хәҙер инде араларында булмаған уҡытыусыларын һәм класташтарын иҫкә алып, улар тураһында һағышланып һөйләнеләр.

Был иҫтәлекле осрашыуҙы ауылда йәшәүсе һабаҡташтары Айҙар Наил улы Ғабдуллин менән Рифа Ғабдрахман ҡыҙы Исламова ойоштороп, унда ҡайтыусылар өсөн бай йөкмәткеле программа әҙерләнеләр. Сара бер үк ваҡытта күңелле лә, моңһоу да булды. Күңелле – сөнки был көндө улар барыһы ла бер хәсрәтһеҙ бала саҡ һәм ялҡынлы, күңелле йәшлек йылдарын әйләнеп ҡайтҡандай булдылар. Ә инде ғүмерҙең күҙ асып йомған аралағы кеүек елеп үтеүе һәм мәктәп йылдарына бары тик хәтер-хәтирәләр ҡанатында гына ҡайтып килергә мөмкин булыуы берникәҙәр моңһоулыҡ хисе лә өҫтәне.

Һабаҡташтар киләсәктә йышыраҡ осрашып торырға килешеп таралышты.

Лида Шәйәхмәтова,

Аблай ауылы мәҙәниәт йортының сәнғәт етәксеһе.
Читайте нас: