САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Июль 2019, 13:56

Яратҡан эш – ярты бәхет

Гөлүсә Хужина,

Саҡмағош районы.


Фларит Хәбибуллин беҙҙе уның менән: “Ул үҙ эшенең оҫтаһы”, – тип таныштырҙы. Ысынлап та, ҡулынан килмәгән эше юҡ икән уңған терлексе Эльвира Ризванованың. Уға бик яуаплы эш йөкмәткәндәр – ул яңы тыуған быҙауҙар тәрбиәләй. Был хеҙмәттең ниндәй кимәлдә көсөргәнешле һәм ҡатмарлы булыуын бөтә кеше белә. Ул әле ҙур иғтибар һәм бөхтәлек тә талап итә. Сөнки малдар йәш ваҡытта йоғошло ауырыуҙарға бик тиҙ бирешеүсән булалар. Шуға ла Эльвираға уларҙы сыныҡтырыу сараларын күрергә, кескәй тәрбиәләнеүселәренә үлән сәйҙәрен ҡайнатып эсерергә тура килә. Тырыш хеҙмәткәр үҙ эшен һәр саҡта ла күңелен биреп башҡарырға ғәҙәтләнгән. Ул ветеринария табибы Илгиз Латиповтың кәңәш-күрһәтмәләрен дә теүәл үтәп барырға ынтыла. Бәлки, шуғалыр ҙа, был фермала хәҙер быҙауҙар һирәк сирләй.

–Терлектәр, сабый бала кеүек, ентекле тәрбиәгә мохтаж, – тип һөйләй ферма мөдире Фларит Хәбибуллин. – Эльвира уларҙы тап шулай — еренә еткереп ҡарай. Һәр ҡайһының көйөн, яйын белә, ауырып китһәләр — борсола, нисек тә ярҙам итергә тырыша.

Беҙ ҙә уны эш урынында осраттыҡ. Эльвира улар араһында тәрбиәсе апайҙары кеүек. Малҡайҙары уның эргәһендә сабый балалар кеүек уйнаҡлап, һикереп йөрөй.

–Эшемде бик яратам. Бер көн ял итһәм дә тиҙерәк бында ашҡынып киләм. Быҙауҙарға ваҡытында йылы һөт эсерәбеҙ, алдарында аҙыҡ та мул. Шуға артымдары ла яҡшы, – ти ул.

Эйе, аҙыҡ рационы теүәл һаҡланғанда ғына йәш үрсем иҫән-имен һәм көр булып үҫә шул. Ә инде Эльвира кеүек үҙ хеҙмәтен яратып һәм шуның һулышы менән йәшәүсе йәштәр һәр яҡлап үрнәк булып торалар.
Читайте нас: