САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Июль 2019, 14:14

Иҫтә ҡалырлыҡ байрам булды

А.Сайдякова,

китапханасы.
Ғаилә — ул йорт. Ғаилә — ул мөхәббәт һәм тоғролоҡ хөкөм һөргән донъя. Унда шатлыҡ һәм хәсрәттәр барыһы ла бергә, тигеҙ бүленә. Унда ғәҙәттәр һәм традициялар, һаҡланып, быуындарҙан-быуындарға тапшырыла. Ғаилә – ныҡлы ҡәлғә, уның диуарҙары артында тыныслыҡ һәм мөхәббәт хөкөм һөрә. Ғаилә — беҙҙең һәр беребеҙ өсөн иң мөһим тормош ҡиммәте. 7 июлдә Саҡмағош районының Йомаш ауылы моделле китапханаһына килгән бөтә китап һөйөүселәр ҙә да төрлө авторҙарҙың ғаилә тураһындагы әҫәрҙәре менән танышып ҡына ҡалманылар, изге теләктәр яҙылған аҡсәскәләргә лә эйә булдылар. Сарала саҡырылған ҡунаҡтар – Октябрьский ҡалаһынан «Илемпи» вокал төркөмө һәм күрше Шаран районының Яңы Йомаш ауылынан «Непоседы» төркөмө лә ҡатнашып, уға бәҫ, мәртәбә өҫтәне. Артабан байрам Йомаш ауылы мәҙәниәт йорто сәхнәһендә дауам итте. Тамашасылар ҡунаҡтар ҡатнаштылығындагы йәмле байрамға арналған концерт ҡарап кинәнде, уның барышында оҙаҡ йылдар дауамында ауылдаштарына өлгө булып йәшәгән ғаилә парҙарын, оҙон ғүмер кисергән юбилярҙарҙы ҡотланылар. Шаян лотерея уйнатыу да байрам программаһының йәмле бер үҙенсәлеге булып, һәр кешегә оҡшаны. Сара тамамланғандан мәҙәниәт йорто алды майҙанында аниматорҙар балалар менән күңел асты. Байрам сәй табыны артында дауам итте.

Был яҡты, йылы ғаилә ҡиммәттәре тантанаһы айҡанлы беҙ бөтәгеҙгә лә үҙ усағығыҙҙы һаҡлауығыҙҙы һәм уның һүнеүенә юл ҡуймауығыҙҙы теләйбеҙ. Мөхәббәт һәм үҙ-ара аңлашыу, сабырлыҡ һәм уңыштар, бәхет һәм именлек, игелек һәм йылмайуҙар һеҙгә! Ғаилә йылыһын да һаҡлағыҙ, бер-берегеҙҙне яратыгыҙ һәм наҙ бүләк итегеҙ. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө — тормошобыҙ нигеҙҙәре көнө, иң яҡты һәм ихлас хистәр көнө. Бергә үткәргән һәр миҙгелде ҡәҙерләп, уны бәхет һәм мөхәббәт менән тултырыгыҙ. Оҙаҡ һәм бәхетле йәшәгеҙ.
Читайте нас: