САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Июль 2019, 13:23

Төҙөкләндерү,таҙалыҡ – үҙебеҙ өсөн

Ауыл советы ауыл биләмәләрендә
Тирә-яғыбыҙҙың төҙөк, таҙа, йәмле булыуы - йәшәүгә көс, күңелдәргә рухи дәрт өҫтәү сығанағы ул. Районда ауылдар территорияларын таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр ойошторолоп, әйләнә-тирәбеҙҙе тәртипкә һалыу маҡсатында байтаҡ эштәр башҡарылып килә. Ошо көндәрҙә муниципаль район Советы секретаре Игорь Никифоров етәкселегендәге муниципаль район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе И.Фәсхиевты, БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Нефтекама территориаль комитетының белгес-эксперты А.Ғабдрахмановты, «Мәғариф идаралығы» МКУның эшселәр төркөмө етәксеһе Б.Миңнекәевты, район ауыл хужалығы идаралығы баш зоотехнигы И.Ғилемхановты, «Илеш районы мәҙәниәт бүлеге» МБУ начальнигы урынбаҫары З.Әхмәтованы, «БР буйынса федераль янғынға ҡаршы хеҙмәттең 26-сы отряды» федераль дәүләт казна учреждениеһының 122-се янғын һәм ҡотҡарыу часте начальнигы урынбаҫары И.Хәсбиуллинды, район үҙәк дауаханаһының хужалыҡ мөҙире А.Әхмәҙуллинды, «Илеш» телерадиокомпанияһы» МАУ директоры урынбаҫары А.Хәҙимуллинаны берләштергән комиссия, муниципаль район хакимиәте башлығы ҡарарына ярашлы, ауыл советы ауыл биләмәләрендә социаль, производство объекттарының торошо, санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәр менән танышты. Комиссия Иҫке Күктау, Иҫәнбәй, Аҡкүҙ, Ябалаҡ, Яңы Айыу ауыл советы ауыл биләмәләрендә булды.
Читайте нас: