САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Июль 2019, 13:26

Сәләмәт булаһың килһә – йәйәү йөр

Үрге Йәркәйҙәге Ял паркы янында «Тормошҡа 10 мең аҙым» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙҙы. Сараның маҡсаты аңлашылып тора – мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙе йәйәү йөрөүгә, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү. Акция башланыр алдынан район үҙәк дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашыусыларҙың йөрәк тибешен, ҡан баҫымын,шулай уҡ ауырлығын, буйын үлсәне.
Сараны муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Хәертдинов асып, акцияның мөһимлеген билдәләне һәм изге теләктәрен юлланы. Район үҙәк дауаханыһының табиб-фтизиатры Альбина Каменева йәйәү йөрөү бөгөнгө көндә фитнестың иң модалы төрөнә инеүен билдәләп, уның файҙаһы тураһында, миҫалдар ярҙамында мәгълүматтәр еткерҙе, кәңәштәрен бирҙе.
Спорт ветерандары араһында еңел атлетика буйынса донъя чемпионы Илүсә Хөснөтдинова, беренсе балалар-йәш үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренеры-преподавателе, саңғы ярыштары призеры Ильмира Хафизова дәртле музыкалар аҫтында күнекмәләр яһатты. Арытабан илештәр Ленин, Совет, Коммунистик, Октябрьҙең 50 йыллығы урамдарынан атлап үтте.
Эйе, сәләмәт булаһың килһә – көнөнә кәмендә 10 мең аҙым яһарға кәрәк тип кәңәш итә белгестәр. Ғөмүмән, быуындарығыҙ, һөйәктәрегеҙ һыҙламаһын тиһәгеҙ, көн һайын физкультура менән шөғөлләнегеҙ, йәйәү йөрөгөҙ. Был – һәр кем булдыра ала торған эш. Сәләмәт булыу, тәүҙә, беҙҙең үҙебеҙгә кәрәк.
Читайте нас: