САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Июль 2019, 14:18

Бөрө ҡалаһында — ҙур Ғаилә байрамы

8 июль – Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө. Күп милләт һәм күп конфессия вәкилдәре йәшәгән Башҡортстан календарында иҙге Петр һәм Феврония иҫтәлегенә арналған Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айырым урын алып тора. Быйыл кешелектең иң асыл ошо ҡылыҡ-төшөнсәләренә дан йырлаған ошо көндә республиканың Бөрө ҡалаһы был иҫ киткес байрамдың үҙәгенә әүереләсәк.

Был яҡты, сағыу төҫлө, тормош йәме тантана иткән матур ғаилә фестивален үткәреү урыны итеп Бөрө ҡалаһы юҡҡа ғына һайланмағандыр, моғайын. Унда беҙҙең яҡташтарыбыҙ – Туҙлыҡыуыш ауылының үрнәкле ғаиләләренең береһе булған Илфир һәм Сәриә Хөснөтдиновтар ҙа ҡатнашасаҡ.
Читайте нас: