САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Июль 2019, 12:11

Йәштәр өсөн генә түгел, бөтә халыҡ өсөн байрам булды

29 июндә Саҡмағош балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе территорияһында Рәсәйҙә билдәләнгән Йәштәр көнө уңайынан йәштәр өсөн «Йәшлек, ижат, уңыш» тигән чара уҙҙы. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе территорияһында райондың иң тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан яҡташтар йыйылды. Байрам программаһын район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика эше секторы мөдире Айгөл Нәбиева һәм район мәҙәниәт йорто директорының ижади эшсәнлек буйынса урынбаҫары Денис Мансуров алып барҙы. Сараға «Бәхетле» төркөмөнөң йәш популяр артистары һәм Гөлназ Асаева саҡырылғайны.
Байрамға йыйылыусылар алдында сәләмләү һүҙе менән район хакимиәте башлыгының кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары С.Ф.Шакирова сығыш яһаны.
Иң яҡшы студенттар хакимиәт башлығы Р. Ф.Ямалеев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты В. В. Соколов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты И. М. Усманов стипендиялары менән бүләкләнделәр.
Традиция буйынса, быйыл да байрамда коляскалар парады үткәрелде. Абдрахмановтар, Вәкиловтар, Ғабсәлиховтар, Гәрәевтар, Латиповтар, Маликовтар, Нуриевтар, Рәмовтар, Шайморатовтар, Шәйхетдиновтар гаиләләре был конкурсҡа етди әҙерләнеп, тамашасылар иғтибарына ижади ҡарашҡа бай фантазия һәм оста ҡулдары менән булдырылған үҙенсәлекле биҙәлешле коляскалар тәҡдим иттеләр. Был бәйгелә еңеүселәргә «Балалар донъяһы» магазины Грамоталары һәм сертификаттары тапшырылды.
Шулай уҡ Саҡмағош районы ойошмаларының һәм предприятиеларының йәш хеҙмәткәрҙәре араһында «Профи-2019 " һөнәри оҫталыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды.
2018 йылда беҙҙең район «Хезмәт йылъяҙмаһы»республика конкурсында ҡатнашты. 2019 йылдың июлендә Өфө ҡалаһында еңеүселәр һәм призерҙарҙы хөрмәтләү буласаҡ, унда беҙҙең район данын Дәүләтшиндар һәм Исламовтар ғаиләләре яҡлаясаҡ.
Байрамда “Уфанет” йәмғиәте вәкилдәре барлыҡ ҡатнашусыларҙы йәлеп иткән уйындар һәм ярыштар үткәрҙеләр.
Сара йәштәр дискотекаһы һәм фейерверк менән тамамланды. Бөтә район халҡын шатландырған был йәмле кисәне Йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитет һәм Йәштәр үҙәге ойошторҙо. Сараны ойоштороп уҙғарыуҙа муниципаль район хакимиәте, «Берҙәм Русия» Дөйөм Рәсәй партияһының райондағы бүлеге вәкиле А.А.Мәһәҙиев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары В. В. Соколов, И. М. Усманов, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, “Уфанет” йәмғиәте ҙур ярҙам күрһәтте.
Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.



Читайте нас: