САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Июль 2019, 17:49

Ауыл уртаһында – балалар майҙансығы

Быға тиклем ҡала ерендә генә күрергә күнеккән балалар майҙансыҡтары хәҙер ауылдарҙа ла барлыҡҡа килә башланы. Күптән түгел шундай заманса ҡоролма Илеш районының Үрмәт ауылында булдырылды. Унда ике атынғыс, карусель, «Дельфин» атынғысы һәм балалар уйын комплексы урнаштырылып, ул «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының «Эшлекле ғәмәлдәр» проекты буйынса тормошҡа ашырылды. Уны «КСИЛ-Балтэкс» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре башҡарған. Бында балалар рәхәтләнеп уйнар өсөн бар шарттар ҙа булдырылып, уларҙың шат тауышы әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Иң мөһиме, майҙансыҡ заман талаптарына яуап бирә, шуға күрә олыларға, ата-аналарға сабыйҙары өсөн борсолорғаа урын юҡ.
Майҙансыҡ бер ваҡытта ла буш тормаһын, балаларҙың шат тауышы тынмаһын, уны һаҡлаһындар тигән теләктә ҡалабыҙ.
Үрмәттәге балалар майҙансығы
Читайте нас: