САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Май 2019, 11:53

Гармун моңо тынмаҫ әле

Айгөл ФӘХРИЕВА.

Майҙың беренсе көнөндә район үҙәгенең төп майҙанында «Уйна, гармун!» байрамы үтте. Унда районыбыҙҙың иң оҫта гармунсылары саҡырылды. Килгән ҡунаҡтар йыр, таҡмаҡ тыңланы, баян һәм гармун моңона һалынған бейеүҙәрҙе ҡараны, әйлән-

бәйләндә ҡатнашты. Йыйылған гармунсыларҙы бер теләк – халыҡ инструменты булған гармунды ҡабаттан тергеҙеү берләштерә. Шуға ла ике йылға бер үткәрелеүсе был сараны гармунсылар фестивале тип атаһаң да була. Байрам тағын бер тапҡыр тыуған төйәгебеҙ таланттарға бай булыуын дәлилләне. Юҡһа сәхнәгә бер юлы төрлө йәштәге һәм һөнәрле ун һигеҙ бәйгесе йыйылмаҫ ине. Тантаналы осрашыуҙы район хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин асты. Ул барыһын да Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән тәбрикләне, илле һәм алтмыш йыл бергә ғүмер итеүсе парҙарҙы ҡотлап, уларға сәләмәтлек, именлек, ғаиләләренә бәхет теләне. Алға таба сәхнәгә аллы-артлы тәжрибәле, гармун моңона ғашиҡ яҡташтарыбыҙ күтәрелде. Шуныһы һөйөнөслө, ҡатнашыусылар араһында йәш гармунсылар ҙашаҡтай ине. Тимәк, гармун һәр ваҡыт халыҡсан, һәр ваҡыт кәрәк буласаҡ. Бәләкәй таланттарҙың сығышын күҙәткән ата-әсәләре, ҡартәсәй-ҡартаталары ни ҡәҙәр һөйөнөүҙәрен күрһәгеҙ!

(Дауамын гзитебеҙҙең 5 һанында уҡығыҙ)


Читайте нас: