Сара Кушнаренко йәштәренең Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың йүнәлешен хуплау йөҙөнән ойошторолған «Алға, Башҡортостан!» хәрәкәтенә ҡушылыуы булараҡ ҡабул ителде.
Кушнаренко районында «Йондоҙ менән зарядка» акция-эстафетаһында 600 кеше ҡатнашты, улар араһында Рәсәйҙең фристайл буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Кристина Спиридонова һәм пауэрлифтинг буйынса донъя чемпионы Рөстәм Мифтахов та бар ине. Әлеге проект спорт һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау маҡсатында ойошторолдо.
– Фәҡәт сәләмәт кеше генә бәхетле була ала, ә таҙалыҡты кешегә спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше бирә, – тине Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллин.
Эстафета «10000 аҙым» акцияһы менән тамамланды. Бер ыңғайҙан Ағиҙел яры сүп-сарҙан таҙартылды.