САРМАНАЙ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Апрель 2019, 16:04

Дәүләт ярҙамын тойоп

Муниципаль район хакимиәтендә «Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә торлаҡ сертификаттары тапшырыу тантанаһы үтте. Был программа буйынса социаль түләүҙәр ауылдарҙа йәшәүсе һәм эшләүсе йәш ғаилә һәм белгестәргә бирелә.

Хакимиәт башлығы Руслан Ғизәтуллин торлаҡ сертификаттарын мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Гөлназ Әхиәруллина һәм Гөлназ Ханнановаға, шулай уҡ Елена һәм Руслан Хәкимовтарҙың йәш ғаиләһенә тапшырҙы. Бүленеүсе аҡса күләме, ғаилә составына ҡарап, 756 мең һумдан 1 миллион 200 мең һумға ҡәҙәр тәшкил итте. Район етәксеһе сертификат эйәләрен тәбрикләп, уларҙың тырыш хеҙ-

мәттәре менән иҡтисад үҫешенә һәм ауылда тормош дәрәжәһен күтәреүгә өлөш индереүен билдәләне.

Ғариза биреүселәргә документты оҙаҡ көтөргә тура килмәгән. «Былай тиҙ алырбыҙ тип уйламағайнык. Документтарҙы әҙерләп биргәнгә бер йыл да тулманы, бына бөгөн сертификат тапшыр-ҙылар», – тине Г. Ханнанова. Ул район хакимиәтендә эшләгән белгестәрҙе бик йылы һүҙҙәр менән телгә алды.

Г.Әхиәруллина ла шатлығы менән уртаҡлашты. Хәҙер уларҙың ғаиләһе тыуған ауылдары Ғүмәрҙә йорт төҙөргә ниәтләй.

Е. Хәкимова йәш ғаиләләр исеменән республика һәм район етәкселегенә ихлас рәхмәт белдерҙе.

– Дәүләттең йәш ғаиләләр тормошон яҡшыртырға ынтылыуын тойоп торабыҙ. Был беҙҙе рухландыра, – тине ул.


Читайте нас: