САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Апрель 2019, 16:00

Бала рәхмәте мәңге оҙата барасаҡ

Үҙәк район дауаханаһы фельдшеры ете метр тәрәнлектәге канализация соҡорона йығылған баланың ғүмерен һаҡлап ҡалған.

Алты йәшлек Мамэ Шамоян йыйылған һыуға тонсоҡҡан, ныҡ өшөгән. Әммә медицина хеҙмәткәрҙәре уны аңына килтерә алған. Ваҡиға Тарабердин төбәгендә була. Малайҙы соҡорҙан ағаһы тар-

тып сығарған. Саҡырыу буйынса килеп еткән ашығыс ярҙам фельдшеры Ирина Яшина (рәсемдә) тиҙ арала эшкә тотона. Бәләгә юлығыусыға һулыш алыу юлдары ҡапланыу һәм артыҡ өшөү диагнозы ҡуйыла. Реанимация саралары күрһәтелгәндән һуң баланы район дауаханаһына һалалар. Бында уны врач-реаниматолог Азамат Ғәйниәхмәтов ҡабул итә.

(Дауамын гәзитебеҙҙең 4 һанында уҡығыҙ).


Читайте нас: