САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Апрель 2019, 15:33

Баҫыу батырҙары еңен һыҙғанды

Район баҫыуҙарында яҙғы ҡыр эштәре тулы ҡеүәтенә бара. көндәрҙең аяҙ тороуын файҙаланып, аграрийҙар ерҙе тырматыуҙы, күп йыллыҡ үләндәрҙе һәм ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыуҙы уңышлы тамамлап, яңы уңышҡа нигеҙ һалыуҙы башлап ебәрҙе.

Куйбышев ис. кооператив игенселәре лә, әлеге мөһим кампанияға яҡшы әҙерлек менән килеп, уны ырамлы ғына башлап ебәрҙе. Улар баҫыуҙарҙан ҡайтып кермәй, әлеге мөһим агротехник сараларҙы ваҡытында һәм сифатлы башҡарыуға бар көстәрен йүнәлткән.

Хужалыҡта ҡыш дауамында машина-трактор мастерскойында техника торошо тикшерелеп, ремонт талап иткәнен төҙәтеп, минераль ашламалар хәстәрләп, баҫыу эштәренә етерлек күләмдә яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алынған. Сифатлы орлоҡҡа ла ҡытлык юҡ, ул алдан таҙартылып, тейешле кондицияға еткерелгән. Шуны ла билдәләргә кәрәк, орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүсе хужалыҡ булараҡ, ағымдағы йылда арпаның «Памяти Чепелева», рапстың «Юбилейный», горчицаның «Рапсодий» сорттарын үрсетеүҙе планлаштыралар.

(Дауамын гәзитебеҙҙең 4 һанында уҡығыҙ).


Читайте нас: