САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Март 2019, 17:14

«Орленок»тағы онотолмаҫ мажаралар

Розалиә ҒИЛМАНОВА,

гимназияның 8 синыф уҡыусыһы.


Райондың иң актив ике уҡыусыһына йыл һайын Краснодар өлкәһендәге «Орленок» бөтөн рәсәй балалар үҙәгенә бушлай юллама бирелә.

Быйыл волонтерлыҡ эшсәнлегендәге ҡаҙаныштарым, район, республика сараларында актив ҡатнашыуымды иҫәпкә алып, мине лә юллама менән бүләкләнеләр.

Ата-әсәһеҙ, таныштарһыҙ яңғыҙым ғына поезға ултырып сәйәхәткә ҡуҙғалыуым иң тулҡынландырғыс миҙгел булды. Күңелде берсә ҡурҡыу, берсә ҡыҙыҡһыныу хистәре биләне. Әммә ике көн барыу осоронда Башҡортостан делегацияһындағылар менән таныштым. Барып еткәндә иртәнге биш ине. Вокзалда тағын ике республика вәкилдәре – Татарстан һәм Дағстан республикаларынан ҡыҙҙар һәм егеттәр килгәйне инде. Улар менән дә аралашып, дуҫлашырға өлгөрҙөк.

Иң ныҡ ғәжәпләндергәне – бай һәм матур тәбиғәт: мәһабәт тауҙар һәм ҡолас етмәҫлек диңгеҙ. Лагерь майҙаны үҙе лә ҙур – 300 гектар. «Орленок» махсус һаҡланыусы тәбиғәт билә-

мәһенә инә. Бында меңдән артыҡ төрлө үҫемлек үҫә.

Үҙәктә йыл һайын төрлө йүнәлештәге йөҙҙән артыҡ белем биреү программаһы эшләй. Ун алты төрлө фестиваль, спорт ярыштары үткәрелә, кино, телевидение йондоҙҙары, Олимпия чемпиондары, сәнғәт эшлеклеләре, сәйәсәтселәр, яҙыусы һәм рәссамдар менән осрашыуҙар ойошторола.

(Дауамын гәзитебеҙҙең 3 һанында уҡығыз)
Читайте нас: