САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Март 2019, 17:07

Гөлһөйәр – эш һөйәр

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡул эштәре менән мауығыуы элек-электән тормош талабы булған.

Йорттағы көнкүреш әйберҙәренең күбеһен үҙ ҡулдары менән яһап, улар ғаиләлә унайлыҡ тыуҙырған. Бөгөнгө технологиялар ҡул көсөн алыштырҙы. Әммә быға ҡарап бәйләм менән шөғөлләнеүселәр кәмемәне. Улар араһында Ҡарасайылға ауыл биләмәһенең Талбазы ауылында йәшәүсе Гөлһөйәр Баһманова ла бар.

Хаҡлы ялға туҡтағандарҙың күбеһе нимә менән шөғөлләнергә белмәй аптырап йөрөй. Бындай уйҙар Гөлһөйәр ханымдың башына ла инеп сыҡмай. Ул ихластан яратҡан эше – бәйләүгә тотона.

–Пенсиялағы тормошомдан ҡәнәғәтмен. Тәмле-тәмле яңы ризыҡтар бешерергә яратам. Ниһайәт, бәйләү өсөн дә ваҡыт артты. Быға һәр буш ваҡытымды бағышлайым, – ти ветеран.

Ул йәштән үк бәйләй башлай. Кейәүгә сыҡҡас, өс улы тыуа. Күп эшләгәнгә күрә, яратҡан шөғөлөнә ваҡыт бүлеүе ауыр була. Хаҡлы ялға туҡтағас, интернет аша өйрәнеп, бәйләм күнекмәләрен камиллаштыра. Ҡайһы бер үрнәктәрҙе башҡа кешеләрҙән ала. Шәхси йортта йәшәгәнлектән, яратҡан шөғөлө менән ҡышын, баҡса эштәре бөткәс шөғөлләнә. Ауылда уның кеүек бәйләргә яратыусылар шаҡтай. Улар менән бергә урындағы клубка йөрөй. Бында бергәләп бәйләйҙәр, аралашалар, сәй эсәләр.

Төрлөһөн бәйләй ул: кофта, шәлдәр, балалар күлдәктәре, яратҡан ейәненең ҡурсаҡтарына кейемдәр, диван мендәрсектәре, балас һәм башҡа төрлө ҡул эштәре. Сағыу төҫлө ептәр ҡулланырға ярата, шуға ла бәйләнгән әйберҙәр күҙ яуын ала, иғтибарҙы үҙенә тартып тора.

(Дауамын гәзитебеҙҙең 3 һанында уҡығыҙ)
Читайте нас: