САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Март 2019, 17:02

Беренсе «Инвестиция сәғәте» үтте

Кушнаренко районы хакимиәтендә беренсе муниципаль «Инвестиция сәғәте» үтте.

Унда районда агротуризм ойоштороу, өйрәк фермаһы асыу, йәшелсә һаҡлағыс төҙөү, кворкинг-үҙәк һәм балалар эшҡыуарлығы мәктәбе булдырыуҙа ҡатнашыу, ауылдарҙа күсмә сауҙа ойоштороу проекттары тикшерелде.

Шулай уҡ малсылыҡ фермаһын реконструкциялап, Волгоград өлкәһенән һәм Финляндиянан 130 баш тоҡомло тана ҡайтарыу, мал аҙығы етештереү цехы, 2000 баш малға иҫәпләнгән кәзә фермаһы, тирмән һәм пекарня төҙөү халыҡты агротуризм сиктәрендә эшсәнлеккә йәлеп итеү, органик игенселек шарттарында ашлыҡ игеү өлкәләренә инвестиция проекттары ҡаралды.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың барлыҡ муниципалитеттарында һәр кесаҙна «Инвестиция сәғәте» форматында кәңәшмә үткәреүҙе йөкмәткәйне.

–Бөгөн бизнес әһелдәре менән асыҡтан-асыҡ һәм файҙалы һөйләшеү булды. Эшҡыуарҙар беҙҙең районды ғына түгел, бәлки бөгөн республиканы үҫтереүгә дә өлөш индерә алырлыҡ ҡыҙыҡлы идеялар һәм пландар менән килде. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, инвесторҙарға ғәмәлдәге программалар буйынса консультацияларҙан башлап, бина һәм ер участкалары һайлап алыуға ҡәҙәр һәр яҡлы ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ һәм күрһәтәбеҙ, – тип билдәләне муниципаль район хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллин.
Читайте нас: