САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Март 2019, 16:43

Алдан хәстәрлек күрелә

Ҡыш һиҙҙермәйенсә генә үтеп бара, яҙғы сәсеү мәле етергә лә күп ҡалмай. Әлегә баҫыуҙар ҡалын ҡар аҫтында “йоҡоға талһа“ ла, игенсе күңеле тыныс түгел.

Алда - яҙғы мөһим кампания. Уны уңышлы башҡарып сығыу өсөн техника ремонтын һәм башҡа сараларҙы тиҙләтергә кәрәк. Әйтергә кәрәк, ауыл хужалығы кампанияларының ваҡытында башҡарылыуы һәм ахырғы һөҙөмтәләр – уңыш уның әҙерлегенә, яҡшы итеп ремонтланыуына, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡеүәтенә бәйле. Шуға ла кооператив етәкселеге, инженер-техник белгестәр һәр бригадала тракторҙарҙы, тағылма инвентарҙы ремонтлау, яҙғы ҡыр эштәренә ҡәҙәр әҙерлек һыҙығына ҡуйыу өсөн маҡсатҡа йүнәлешле саралар күрә. Әлеге ваҡытта М.Горький ис. кооперативтың ике – Һеңрән һәм Ҡаҙыр бригадаларында ремонт эштәре киң йәйелдерелеп, ул үҙ юғарылығында башҡарыла. Әйтергә кәрәк, яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ тракторҙар, культиваторҙар, тырмалар, сәсеү, кәтүкләү агрегаттары төҙәтелеп, күптән инде алғы һыҙыҡҡа ҡуйылған.

(Дауамын гәзитебеҙҙең 3 һанында уҡығыҙ)


Читайте нас: