САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Март 2019, 16:55

Үҙе уңған, үҙе тырыш, үҙе һөйкөмлө

Альмира Хәсәнова.

Үрге Йәркәй ауылы.


Туғайҙағы сәскәләрҙең

Ап-аҡтарын мин һайлайым.

Сөнки улар күңелеңдең

Сағылышы бит, апайым,

– тигән йыр юлдары нәҡ апайыма бағышланған төҫлө. Сөнки ул – минең туғаным Венера Шәйхлисламова оло йөрәкле, ярҙамсыл, төплө кәңәшле. Беҙгә, туғандарына, бала саҡтан алып ошо көн-

гәсә ихтирамға лайыҡ һәм ныҡлы терәк. Һәр саҡ үҙенең ярҙамынан, иғтибарынан ҡалдырмай. Үҙемде белгәндән алып ул – бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалаусы, шатлыҡ-һөйөнөстәребеҙҙе уртаҡлашыусы. Ғәзизем был көндәрҙә күркәм ғүмер байрамын – 45 йәшен билдәләй. Ҡәҙерлем йәмле Рсай ауылында өс малай артынан зарығып көтөп алынған ҡыҙ – атайыбыҙға ҙур бүләк булып, 1974 йылдың 23 февралендә донъяға килгән. Хеҙмәт һөйөүсән атай-әсәй, ағайҙар һөйөү-наҙҙа үҫтерә үҙен. Венера апайҙа уңғанлыҡ, тырышлыҡ кеүек күркәм сифаттар кескәй саҡтан беленә – ул бик иртә ҡул араһына инә башлай, әсәйҙән бәйләү серҙәренә өйрәнә. Мәктәптә лә тик яҡшы билдәләргә уҡый. Өлгөргәнлек аттестаты алғас, Өфө медицина училищеһына юл тота. Уны уңышлы тамамлап, шәфҡәт туташы белгеслеге буйынса дипломға эйә була.

(Дауамын гәзитебеҙҙең 3 һанында уҡығыҙ)


Читайте нас: