САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Февраль 2019, 13:19

Үтә лә мөһим темалар күтәрелде

Үткән шәршәмбедә ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнәмә менән сығыш яһаны. Уның дауамында ил етәксеһе сәләмәтлек һаҡлау, мәғариф һәм иҡтисад кеүек үтә лә мөһим темаларға туҡталды. Башҡа йылдарҙан айырмалы булараҡ, Рәсәй лидеры кешеләрҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләне һәм илдең социаль секторындағы проблемалар менән федераль программаларҙың етешһеҙлектәрен дә таныны.

Республика Дәүләт Йылышы-Ҡоролтай вице-спикеры Рөстәм Ишмөхәмәтов фекеренсә, дәүләт башлығы йәмғиәттең иң “ауыртҡан” темаларына ҡағылған. “Президенттың әлеге күрһәтмәләре шаҡтай ҡыҫҡа, йөкмәткеле һәм уларҙы үтәүгә бирелгән ваҡыт буйынса аныҡ булды. Владимир Путин сығышында алдағы күп тиҫтә йылдарға бирелгән вәғәҙәләр юҡ, әммә яҡын киләсәккә гомумдәүләт проекттарын бойомға ашырыу кеүек аныҡ һәм һәр кешегә лә аңлайышлы булган ориентирҙар билдәләнгән. Уларҙың һәр ҡайһына күп миллиардлар күләмендә аҡса бүленгән. Һәм был милли проекттарҙың төп аҫылы – социаль проблемаларға таба боролош. Хатта оборона сәнәғәтенең иң яҡшы эшләнмәләрен дә Президент тап бына гражданнар секторын яҡшыртыуға йүнәлтергә, тимәк, ил халҡының тормош сифатын күтәрергә лә ынтыла”, – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты парламентарий.
Читайте нас: