САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Февраль 2019, 15:48

Үрнәкле хеҙмәткәр

Куйбышев ис. кооператив – райондың алдынғы хужалыҡтарының береһе.

Баҫыусылыҡта, малсылыҡта эшләүселәре, белгестәре, урта звено кадрҙары һәр ваҡыт мактаулылар сафында. Хужалыҡтың Үрге Сереккүл тауарлыҡлы-һөтсөлөк фермаһында оҙаҡ йылдар хи-

ҫапсы булып эшләүсе Ания Шакирйәнова шундайҙарҙан. Үрге Серекүлдә тыуып-үҫкән Ания Тәлғәт ҡыҙы урта мәктәптән һуң хеҙмәт юлын Куйбышев ис. кооперативта һауынсы булып башлай. Бер

йыл эшләгәс, Кушнаренко уыл хужалығы техникумына юллана. Уны уңышлы тамамлап, ҡулына бухгалтерлыҡ дипломын ала.

1996 йылдан хужалыҡтың Үрге Сереккүл фермаһында хиҫапсы һөнәрен башҡара. Эшкә етди ҡараш, тырышлыҡ, һәр ҡушылғанды теүәл үтәү кеүек сифаттар биҙәй уңған хеҙмәткәрҙе. Кооперативтың күрһәткестәре йылдан-йыл артыуында Ания Шакирйәнованың да лайыҡлы өлөшө бар. Ул малдарҙы туған көнөнән иҫәбен алып бара, көн дә һөттөң таҙалығын, майлылығын тикшереп тора. Ғөмүмән, үҙ һөнәрен яратып, бар күңел йылыһын биреп, теүәл башҡара.

Бындай тырыш хеҙмәткәрҙәребеҙ булғанда продукция етештереү тағы ла артыр, киләсәктә лә уңыштарға ирешербеҙ, тип ышанаһы килә.
Читайте нас: