САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Февраль 2019, 12:09

Тел – халыҡтың мәңге тере тарихы

“Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар,” – тигән сәсәндәр. Ысынлап та, телебеҙҙе һаҡлаһаҡ, халҡыбыҙ ҙа, илебеҙ ҙә яҡты киләсәктә йәшәйәсәк!
Тел – халыҡтың мәңге тере тарихы. Шул ғәзиз тел уны бик борон бер бөтөн халыҡ итеп ойошторошҡан; уртаҡ тел, һүҙ таптырған; аҡылын, күңелендәгеһен үҙенә туплап, уның күркен күтәрешкән; кемлеген бар донъяға танытҡан, милләт бейеклегенә күтәргән, халыҡтар менән аралаштырған.
Ата - бабаларыбыҙҙан үлемһеҙ бүләк, иң изге аманат булған туған телебеҙҙә, мәҫәлән, халҡыбыҙҙың аҡылын һәм зирәклеген дә, йомартлығын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен дә, тарихын һәм бөгөнгөһөн дә күңел күҙе менән күрергә, тойорға мөмкин.
Ата-бабанан ҡалған телебеҙҙе
Әле онотмаған илебеҙ!
Бөгөн уны данлап, саф башҡортса
Сығыш яһай бит һәр беребеҙ! – тип шиғыр һөйөүселәр 22 февраль көнө Саҡмағош 1-се урта мәктәбенә йыйылдылар. Быйылғы бәйгебеҙ бөйөк халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды. Һәр ҡатнашыусы халыҡ шағирының ижадына булған һөйөүен, ихтирамын ысын күңелдән күрһәтергә тырышты. Районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән барлығы 30 уҡыусы шағирҙың һәм уға арнап яҙған үҙҙәренең шиғырҙарын яттан һөйләне.
Шиғыр һөйөүселәр араһында жюри иң оҫта башҡарыусыларҙы билдәләне. Мостай Кәримгә арналған шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең 5-се а класы уҡыусыһы (етәксеһе Исламғәлиева Р.Р.) 1-се урынға, Аблай мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы (Зәйнетдинова Р.Д.) 2-се урынға, Яңы Ҡото мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы (Малиҡова Р.С.) 3-сө урынға лайыҡ булдылар. Мостай Кәримдең шиғырҙарын һөйләүселәр араһында Үрнәк мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы (Зиннәтуллина А.Р.) 1-се урынға, Саҡмағош Гимназияһының 9-сы класс уҡыусыһы (Шәмсетдинова Г.Й.), Үрнәк мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы (Зиннәтуллина А.Р.) 2-се урынға, Сыйрышбаш мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы (Зәкәриева А.Й.), Саҡмағош гимназияһының 10-сы класс уҡыусылары (Шәмсетдинова Г.Й.) 3-сө урынға ирештеләр. Йомаш мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы (Рафиҡова Л.М.) “Башҡорт телен һөйөүсе”, Имәнлеҡул мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы (Тимерханова Л.С.) “Милләт ғорурлығы”, Аблай мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы (Зәйнетдинова Р.Д.) “Әҙәбиәт һөйөүсе”, Туҙлыҡыуыш мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы (Хәмиҙуллина О.М.) “Өмөтлө киләсәк” номинацияларына лайыҡ булдылар.
Күркәм байрамыбыҙ түрендә ҙур ҡунағыбыҙ – Саҡмағош районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Фәнис Фидан улы Әмирханов булды. Ул, үҙенең бар эштәрен ситкә ҡуйып, ижади кеше булараҡ, беҙҙең байрамыбыҙға - шиғыр һөйөүселәр янына ашыҡты. Балаларға изге теләктәрен еткерҙе, уларҙы еңеүгә әйҙәне. Фәнис Фидан улы бәләкәстәр янына буш ҡул менән килмәгән: һәр ҡатнашыусыға үҙенең бүләктәрен тапшырҙы. Уҡыусылар ҙур иғтибар менән уның кәңәштәрен тыңланы һәм рәхмәттәрен еткерҙе.
Байрамды үткәреүселәргә, алып барыусыларға – Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең 10-сы а класы уҡыусыларына, шиғыр һөйөүселәребеҙгә, уларҙы әҙерләүсе етәкселәргә, Саҡмағош башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Фәнис Фидан улына, мәғариф бүлеге етәкселегенә, туған телдәр буйынса методист Хәлиҙә Фирғәт ҡыҙы Вәлиеваға, Саҡмағош 1-се урта мәктәбе администрацияһына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ! Барыһына ла һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, оҙон ғүмер һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.

Рәмзилә ИСЛАМҒӘЛИЕВА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район

методик берекмәһе етәксеһе, жюри ағзаһы
Читайте нас: