САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Февраль 2019, 15:31

Һис тынмай ҙа, һүрелмәй ҙә торған яра ул…

15 февралҙә тоташ ил күләмендә совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингентын Афғанстандан сығарыуға 30 йыл тулыуҙы билдәләнеләр.

Был дата беҙҙең районда ла быйыл айырыуса ҙурлап үткәрелде. Бөтә мәктәптәрҙә һәм китапханаларҙа яугир-афғансылар менән осрашыуҙар үткәрелде, ауыл биләмәләрендә улар хөрмәтенә күләмле спорт саралары ойошторолдо. Районда инде өс тиҫтә йыл дауамында эшләп килгән интернационалсы-яугирҙәр ойошмаһы рәисе Йәүит Хәбибуллин менән был утлы юлдарҙы үткән хеҙмәттәштәре 14 февраль көндө был һуғышта һәләк булып, тыуған ауылдарында ерләнгән алты яҡташыбыҙҙың ҡәберҙәренә барып, мәктәп уҡыусылары, ауыл биләмәләре хакимәттәре вәкилдәре менән уларҙы иҫкә алдылар, ҡаһарман яҡташтар белем алған мәктәптәрҙә уҡыусылар менән тәрбиәүи-патриотик яҡтан бик тә әһәмиәтле булған һәм иҫтә ҡалырлыҡ осрашыуҙарҙа ҡатнаштылар. Һәм, шуны да билдәләп үтеү артыҡ булмаҫ, был күркәм традиция хәҙер инде тиҫтә йылдар дауам итә. Быйыл йәнә лә бер ҙур эш башҡарыла башланы: барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә ауыл мәктәптәре, китапхансылар, ауыл Советтары хеҙмәткәрҙәренең уртаҡ тырышлығы менән был тауҙар илендәге алыштарҙа ҡатнашҡан барлыҡ яҡташтарҙың да исемлектәре туплана башланы. Уларға әле районда йәшәүсе яугирҙәр ҙә, унан ситтә донъя ҡороусылар ла индерелә. Киләсәк быуындар һәм тарих өсөн бик тә әһәмиәтле булған был эште башҡарып сығыуҙы афғансылар үҙҙәренең изге бурысы тип иҫәпләй.

(Дауамын гәзитебеҙҙең 2 һанында уҡығыз)
Читайте нас: