САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Февраль 2019, 15:38

Ирешелгәндәрҙә генә туҡталмаҫҡа

М.Горький ис. кооператив райондың тотроҡло эшләүсе хужалыҡтарынан һанала.

Шул рәүешле, үткән йылда ла баҫыусылыҡта, малсылыҡта берҙәм хеҙмәт һалып һәм күптән түгел уҙғарылған отчет йыйылышында уға тәнҡит күҙлегенән йомгаҡ яһап, 2019 йылды уңышлы ғына башлап ебәрҙе кооператив ағзалары.

Кооперативтың йыллыҡ отчет йыйылышы эшлекле төҫтә үтеп, рәйес Иршат Рәүил улының докладында иҡтисади-финанс хәленә ентекле анализ яһалды, нигеҙле сағыштырыу аша үҫеш резервтары барланды, кәмселектәр тәнҡитләнде, пландар ҡабул ителде. Йыйылыш бар тырышлыҡтарын ошо кооперативҡа бағышлаған хеҙмәткәрҙәр Алһыу Нуриеваны, Рәшит Сәмигуллинды тантаналы шарттарҙа лайыҡлы ялға оҙатыуҙан башланды. Хужалыҡ рәйесе уларҙың һәр береһенә маҡтау, рәхмәт һүҙҙәрен белдереп, бүләктәр тапшырҙы. Кооператив рәйесе И.Ғилфанов һүҙҙәренә ҡарағанда, уҙған йылда хужалыҡ буйыса 92 млн. һумлыҡ продукция етештерелгән.Ҡаҙыр һәм Һеңрән һөтсөлөк фермаларында барлығы 1198 баш мал аҫрала, шуларҙың 500ө – һауын һыйырҙары. Хужалыҡ буйынса 2018 йылда 21870 ц. һөт һауып алынған. Уны һатыуҙан 27 млн. 709 мең һум аҡса ингән. Әлеге осорҙа дәүләткә көн һайын юғары сорт менән 40 центнер продукция һатыла. Хужалыҡ буйынса уҙған осорҙа 870 ц. ит етештерелеп, был күрһәткес 2017 йыл (960) менән сағыштырғанда – 83 ц. кәмерәк. Күренеүенсә, күрһәткесте арттырыу бурысы тора кооператив уңғандары алдында. Бының өсөн хеҙмәткә мөнәсәбәтте үҙгәртергә кәрәк. Кооператив рәйесе билдәләүенсә, хужалыҡтың иҡтисадын нығытыуҙың төп юлы – көндәлек табыш килтереүсе һөт етештереүгә иғтибарҙы бермә-бер арттырыу. Малдарҙан артым алыу мәсьәләһе лә күҙ уңынан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Бының өсөн шарттар бар. Һауынсылар Алиса Хә-

нәфиева, Венера Зарипова, Розалия Йәнгирова, малсылар Фәндәүис Мәрҙиев, Рәүил Ситдиҡов, Венер Биктимеров, Фәнил Биктимеров, Ильяс Шәмсиев адресына тик маҡтау һүҙҙәре яңғыра-

ны. Продукция етештереүҙе арттырыуҙа һыйырҙарҙы һәм таналарҙы үҙ ваҡытында ҡаплатыуға ирешеү мөһим роль уйнай. Әйткәндәй, йыл башынан барлығы 440 быҙау алынып, 100 һыйырға 88 үрсем тура килә. Был йәһәттән дә эште үҙ юғарылығында ойошторорға кәрәк.

(Дауамын гәзитебеҙҙең 2 һанында уҡығыҙ)
Читайте нас: