20 февралдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.
Уның сығышында илдең эске сәйәсәтенә, үҫешенә ҡағылышлы фекерҙәр еткерелде. В.В. Путин халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль мәсьәләләргә ентекле туҡталды, ҡалалар һәм ауылдарҙы үҫтереү, һаулыҡты, экологияны яҡшыртыу буйынса ҙур бурыстар ҡуйҙы. Унда шулай уҡ илдең оборона кеүәтен арттырыуға ла иғтибар бирелде.
Быйыл унбишенсе тапҡыр еткерелгән Юлламанан алынған иң мөһим тезистар ошолай яңгыраны.
– 2020 йылдан «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашыра башлау, ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға күскән уҡытыусыларға бер миллион һум аҡса түләү;
– «Ауыл табибы» программаһында ҡатнашыусы белгестәрҙең йәш сикләүҙәрен бетереү;
– 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе һәм икенсе балаға түләүҙе ике йәшәү минимумына ҡәҙәр күтәреү;
– 2019 йылдың 1 июленән инвалид балаларҙы ҡарау буйынса пособиеларҙы 10 мең һумға тиклем арттырыу;
– ипотека ставкаһын 9 процентҡа, ә һуңынан 8 процентҡа тиклем кәметеү, өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләләрҙең ипотека бурысын 450 мең һум күләмендә ҡаплатыу;
– 2021 йылдың аҙағына тиклем 1,5-3 йәшлек сабыйҙарҙы яслеләрҙә урын менән тәьмин итеү, 90 мең урынды быйыл, 2021 йылға тиклем 200 меңдән ашыу урын булдырыу;
– киләһе алты йылда онкологик сирҙәр менән көрәш өсөн 1 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү;
– ике йыл эсендә ҡалалар янында 30 проблемалы эре сүплектәрҙе бөтөрөү;
– микрокредитлау өлкәһендә тәртип урынлаштырыу;
– килемдәрен юғалтыусыларға “ипотека каникулдары” булдырыу һәм дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү, иҡтисад үҫеше тиҙлеге, төҙөҙлөш өлкәһендәге хәлдәр торошон яҡшыртыу маҡсаттары билдәнде.