САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Ғинуар 2019, 11:36

Йөрәктәрҙә – һуғыш сыңы

Бөйөк Ватан һуғышы тарихында Ленинград блокадаһы – иң аяныслы ваҡиғаларҙың береһе.

Шул уҡ ваҡытта был совет халҡының ныҡлығын, фашист илбаҫарҙарын еңеүгә ышанысын да күрһәтте. Ленинградтың батыр халҡы, дошман солғанышында ҡалып, аслыҡты, яланғаслыҡты, асы һыуыҡтарҙы үҙ елкәләрендә кисерҙе, ләкин бирешмәне. Яҙмамдың төп геройҙары был ҡурҡыныс көндәрҙе ишетеп түгел, үҙ күҙҙәре менән күргән. Һүҙем Үрге Йәркәйҙә йәшәүсе Ленинград блока-

даһын үҙ елкәләрендә тойған Рәйсә Исхаҡова һәм Рәзинә Зәйнетдинова тураһында. Күптән түгел Рәзинә апай үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләне.

1920 йылдар аҙағында ныҡлы тормошта йәшәгән крәҫтиәндәрҙе кулаклаштырыу башланып, һөргөнгә оҙата башлайҙар. Тыпый ауылында йәшәүсе Мәғҙәниә менән Мирсәйет Мәүләүиевтарҙы ла был афәт урап уҙмай. Улар был хәлгә тарымаҫ өсөн Ленинград өлкәһенә барып төпләнә. Бында ике ҡыҙҙары Рәйсә менән Рәзинә тыуа.

Бөйөк Ватан һугышы башланғанда Рәйсә ете, Рәзинә ике йәшлек була. Беренсе көндәрҙән үк атайҙары фронтка юллана һәм 1942 йылда һәләк була. Әсәйҙәре блокада ваҡытында эвакуа-

цияға ҡәҙәр Слуцк инвалидтар артеленың тимер цехында эшләй. Шулай уҡ өҫтәмә пайыҡ өсөн мәйеттәрҙе йыйыу буйынса бригадала көс һала.

Блокада ваҡытында ҡалала ғына түгел, тирә-яҡта бер ниндәй үлән ҡалмай – барыһын ашап баралар. Мәғҙәниә уны зираттан алып ҡайта һәм ҡыҙҙарына күмәстәр бешереп ашата башлай.

(Дауамын гәзитебеҙҙең 1 һанында уҡығыҙ.)


Читайте нас: