САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Ғинуар 2019, 11:48

Мәҙәниәт йорто һәр ваҡыт гөрләп торһон

Мәҙәниәт усағы байрамдарҙа ауыл халҡын бергә туплаусы, донъя мәшәҡәттәренән арындырып, ял иттереүсе урын булараҡ, уның төҙөк, йылы, яҡты булыуы мөһим.

Шул рәүешле, Исәмәт ауылы мәҙәниәт йорто районда уңышлы тормошҡа ашырылыусы урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы сиктәрендә яңы һулыш алды. Был йәһәттән респуб-

лика бюджетынан 1 млн.,райондан 797 мең аҡса бүленгән. Шулай уҡ программа талаптарына ярашлы, халыҡтан 150 мең һум аҡса йыйылған. Өҫтәүенә, «Урожай» ширҡәте 150 мең һум күлә-

мендә спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән. Мәҙәни усаҡтың түшәмдәре йылытылып, стеналар тигеҙләнеп, ағартылған, электр тәьминәте системаһы тулыһынса алышты–рылған, тамашасылар залына

заманса ултырғыстар урынлаштырылған, сәхнәгә яңы пәрҙәләр ҡоролған. Иң мөһиме, учреждение газ менән йылытыуға күсерелгән. Шуны ла билдәләргә кәрәк, Берҙәм Рәсәй сәйәси партияһының «Эшлекле ғәмәлдәр» проекты ярҙамында яңы ишектәр ҡуйылған. Ғөмүмән, бина танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Был эштәрҙе «Газ-Плюс» йәмғиәте еренә еткереп, ҙур яуаплылыҡ менән башҡарып сыҡҡан.

Төҙөкләндерелгән мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы 31 декабрҙә ойошторолоп, унда муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, «Илеш районы мәҙәниәт бүлеге» МБУ начальнигы Раил Ғүмәров, ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Илшат Басиров ҡатнашты.

(Дауамын гәзитебеҙҙең 1 һанында уҡығыҙ.)


Читайте нас: