Бар донъя ап-аҡ ҡарға күмелеп, сихри йоҡоға талған мәлдә Түбәнге Сереккүл ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ – атайыбыҙ Ләис Әбелмәлих улы Баянов күптән түгел үҙенең ғүмер байрамын – 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Л.Баянов Түбәнге Сереккүл ауылында Әбелмәлих Фәхерлеғаян улы һәм Сажиҙә Шәйехәғзам ҡыҙы ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Ләкин ата-әсә наҙын тигеҙ татып үҫергә насип булмай уға. Уға ни бары 1 йәш тулғанда ул атаһыҙ ҡала. Өләсәйебеҙ Сажиҙә яҙмыш һынауҙарына һынмайынса, һығылмайынса, дүрт балаһына дөрөҫ тәрбиә биреп, уҡытып, оло тормош юлына сығара.