Әйтергә кәрәк, хужалыҡ эшсәндәре уҙған йылда һынатманы – баҫыусылыҡтағы, малсылыҡтағы уңыштары ҡыуанырлыҡ, эш тәжрибәләре башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ.
Күптән түгел йәмғиәттә былтырғы һөҙөмтәләрҙе анализлау, киләсәккә пландар билдәләү, алдынғыларҙы тәбрикләү маҡсатында отчет йыйылышы үтте.
Йәмғиәт директоры Роберт Ибраһимов сығышында билдәләүенсә, хужалыҡта барлығы 91 эшсе кеше иҫәпләнә. Уларға эш хаҡы ай һайын тотҡарлыҡһыҙ аҡсалата түләнеп бара. Уның уртаса айлыҡ күләме 18 мең 606 һумға етеп, 2017 йыл менән сағыштырғанда 101 проц. тәшкил итә. Малсылыҡ һәм баҫыусылыҡ тармаҡтары йыл дауамында рентабелле эшләп, дөйөм күрһәткес 26 проц. булған.
Хужалыҡтың 3637 гектар һөрөнтө ере бар. Бөртөклөләрҙән уртаса 23 центнер уңыш алынып, уның тулай йыйымы 41350 ц. тәшкил иткән. Тармаҡтан 1 млн 146 мең һум табыш алынып, хужалыҡ кассаһына ашлыҡ һатыуҙан 12 млн. 650 мең һум аҡса ингән һәм уны реализациялау әле лә дауам итә.
(Дауамын гәзитебеҙҙең 1 һанында уҡығыҙ.)