САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ғинуар 2019, 11:32

Район гәзитен һәр йортта көтөргә тейештәр

Киң күләм мәғлүмәт баҫмаларының һөҙөмтәле эшсәнлеге кешеләрнең рухи, социаль һәм сәйәси ихтыяждарын иҫәпкә алып, уларҙы һәр кемдең күңеленә барып етерлек итеп тасуирлау менән тығыҙ бәйле.

Яңы мәғлүмәт технологиялары өҫтөнлөк иткән был заманда гәзит уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү һәм баҫма матбуғатты һаҡлап ҡалыу – айырыуса ауыр һәм яуаплы мәсьәлә.

Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев “Игенсе” һәм “Сарманай” гәзиттәре редакцияһында булды. Редактор Фәнис Фидан улы Әмирханов етәкселегендәге ижади коллектив район етәксеһе менән көнүҙәк мәсьәләләр һәм проблемалар менән бүлеште, артабанғы эшсәнлек пландары менән уртаҡлашты. Әлеге ваҡытта иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе – типография эшсәнлеген тәьмин итеү. Быйыл да уртаҡ тырышлыҡ менән эш урындарын һаҡлап ҡалыуға ирешелде.

(Даумын гәзитебеҙҙең 1 һанында уҡығыҙ.)
Читайте нас: