САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Декабрь 2018, 17:41

Улар спортты һайлай

Беҙҙең районда спорт менән етди мауығыусы балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр шаҡтай.

Барыһы ла профессионал спортсылар булмаһа ла, күптәре физкультура менән шөғөлләнеүҙе ғүмерлеккә үҙ иткән, сәләмәт тормош рәүешен һайлаған. Балалар спорт мәктәбе аҙна һайын тиерлек район һәм республика дәрәжәһендәге төрлө ярыштар үткәрә. Спортсыларыбыҙ башҡа төбәктәрҙә үткән бәйгеләрҙә лә яҡшы

һөҙөмтәләр күрһәтәләр.

БеҙҙеҢ егеттәр –чемпион! Екатеринбург ҡалаһында пауэрлифтинг һәм был спорттың айырым төрҙәре буйынса Урал һәм Себер кубогына асыҡ ярыштар үтте. Унда 300-ҙән артыҡ баһадир ҡатнашты. Беҙҙең район данын ике егет яҡланы. Рөстәм Мифтахов

75 килограмға ҡәҙәрге ауырлыҡ категорияһында ятҡан килеш штанга күтәреүҙә 260 килограмды алды һәм, спортсы карьераһында иң юғары булған «Элита» нормативын үтәп, Урал һәм Себерҙең абсолют чемпионы исемен яуланы. Рөстәм Рамаҙанов пауэр-

лифтинг буйынса ярыштарҙа өс ынтылышта дөйөм 605 килограмм күтәрҙе һәм 100

килограмға ҡәҙәр ауырлыҡ категорияһында беренсе урынды алды. Ҡыҙҙар ҙа һынатманы Екатеринбургта СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Елизавета Облыгина иҫтәлегенә нәфис гимнастика буйынса бөтә Рәсәй ярыштары үтте. Унда 400-ҙән артыҡ гимнастка, шул иҫәптән 98-е спорт мастеры һәм мастерлыҡҡа кандидат программаһы буйынса ҡатнашты. Ярыштар спорт мастерлығына кандидат һәм спорт мастеры программалары буйынса многоборьела һәм төркөмдәрҙә үткәрелде. Беҙҙең балалар спорт мәктәбе ҡыҙҙары унда ла (уҡытыусы- тренер — Любовь Шәрәфетдинова) һынатманы. Риана Нурҡаева 54 спортсы араһында – етенсе, Камилла Хилаева ун өсөнсө урынды алдылар. Виктория Спиридонова Рәсәй спорт мастерлығына кандидат нормаһын үтәне. Уларға киләсәктә лә яңынан яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
Читайте нас: