Ауылдарҙа бөгөн ҡыҙҙар йыры, Тальян моно сыңлай өйҙәрҙә. Күңелдәрҙән күңелдәргә күсеп, Ҡабат яңғырай иҫке көйҙәр ҙә. Мамыҡ ҡына гүйә осоп ҡуна — Ҡыҙҙар йыры, наҙы күңелдә. Иҫке йолаларҙы изге итеп Муллыҡ йыры ергә түгелә. Етеш тормош менән
йәшәүсене ҡаҙ һанынан һәм уның һимеҙлегенә ҡарап та билдәләгәндәр. Күптән түгел
Иҫке Ҡамышлы ауылында ҡаҙ өмәһе булып уҙҙы. Быйыл ул йылдағыса бер нисә тиҫтә ҡаҙ аҫыраған Ләйсән һәм Данис Нуриәхмәтовтар ихатаһында үтте. Уларға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ысын халыҡ байрамы кәйефен тыуҙырырға ярҙам итте. Хужабикә үҙе лә Иҫке Ҡамышлы клубында эшләй – мәҙәни сараларҙы ойоштороусы.
(Дауамын гәзитебеҙҙең 12 һанында уҡығыҙ).