САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Декабрь 2018, 17:12

Бала хаҡын һаҡлап

Кушнаренко ауылының ҙур, унайлыҡтары булған бер йортонда беренсе ҡарашҡа башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмаған бәхетле ғаилә – Мөхәммәҙиевтар йәшәй.

2004 елда сәстәрен сәскә бәйләгән Өфө ҡыҙы Луиза һәм Кушнаренко егете Илнар өйләнешкәс тә район үҙәгендә оя ҡорорға тигән ҡарарға килә. –Ирем менән биш йыл ғү-

мер кисерһәк тә, тәүҙә бала-быҙ булманы. Ғаиләмде сабыйҙарһыҙ күҙ алдыма ла килтерә алманым. Улар булмаһа, йәшәү мәғәнәһе нимәлә һуң, тип йыш уйлай торғайным. Өҫтәүенә, икебеҙҙә бала яратабыҙ. Тормош иптәшем дә минең хәлемде аңлай ине, тәрбиәгә бала алырға булдыҡ. Шулай итеп Радмила исемле ҡыҙыбыҙ булды. Беҙ, бәхетле атай-әсәй, уға мосолманса исем ҡуштырҙыҡ, бик теләп баҡтыҡ. Әммә бер аҙҙан баланың

үҫеше тотҡарланыуын һәм уның хәлһеҙ икәнен тойҙоҡ. Табиптар балалар церебраль

параличы тип диагноз ҡуйҙы. Төрлө белгестәргә йөрөү, көсәйтелгән дауаланыуҙар башланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙыбыҙға бер йәш тулғанда врачтарҙың шиге дөрөҫкә сыҡты. Беҙгә консультация биреүсе табибтарҙың барыһы ла тиерлек – невролог, ортопедтар – уртаҡ фекерҙә булды: балабыҙ бер ҡасан да тулы тормош менән йәшәй

алмаясаҡ, дауалауҙы дауам итеү файҙа бирмәйәсәк. Радмила килеп инеү менән йортобоҙҙа ҡыуаныс-бәхет урынлашты. Шуға күрә лә табибтарҙың бер ниндәй

һүҙҙәре лә ҡулдарҙы төшөрә, улар ҡуйған диагнозға буй һондора алманы. Был йылдар эсендә ҡайҙа ғына бар-маныҡ... Илдең төрлө төбәк-тәрендәге дауаханаларҙа,

Германияла дауаланыу курсы үттек. Уның һөҙөмтәһендә Радмила аяғында торорға һәм

үҙ аллы рәүештә ултырырға өйрәнде, – ти Луиза ханым. Мөхәммәҙиевтарҙын рух ныҡлығы һәм көсөнә һоҡланырлыҡ. Улар бөгөн дә ҡыҙҙары менән даими дауаланыу курстары үтә, көн тәртибендә бер буш минутта юҡ. Өйҙә һәм республика неврология үҙәгендә, шәхси клиникаларҙа көндәлек яһалған дауалау физкультураһы ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Хәҙер баланың сәләмәтлеге яҡшырыуға табан үҙгәреш күҙәтелә.

–Биш йәшкә Радмила ҡыҙыҡһыныусан, хисле бала булып етеште. Педагог-логопедтар һәм психологтаруны тик ыңғай яҡтан ғына билдәләй: уҡырға теләге бар, яңылыҡҡа ынтыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡул һәм аяҡтары хәрәкәтен яҡшыртыу ҙур ауырлыҡ менән бирелде. Һөйләме өҫтөндә даими эшләйбеҙ, мөғжизәгә өмөт итәбеҙ һәм ышанабыҙ. Ғөмүмән, уны яфаланыуҙан арындырыр өсөн һәр мөмкинлеккә йәбешәбеҙ, тиһәң дә була.

Заман менән бергә атлап, яңы дауалау ысулдарын, яңы медицина технологиялары менән ҡыҙыҡһынып, ҡулланырға тырышабыҙ. Германияла дауаланғандан һуң ҡыҙыбыҙ әкрен булһа ла яҡын араға беҙҙең ҡулға таянып атларға өйрәнде.

(Дауамын гәзитебеҙҙең 12 һанында уҡығыз).
Читайте нас: