САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Декабрь 2018, 17:50

Улар гәзиткә яҙылып бүләк ле булды

Дүрт район халҡын берләштергән “Сарманай” гәзитенә яҙылыусы әбүнәселәребеҙ араһында сираттағы бүләк отошо ойошторолдо.

“Республика Башҡортостан” Нәшриәт йортоның матди ярҙамы менән алынған алты бү-

ләк квитанция күсермәләрен баҫма нәшер ителгән Саҡмағош мәғлүмәт үзәге ре дакцияһына ебәргән яки килтереп тапшырған гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында уйнатылды. Бүләк эйәләре исемлеге ошондай булды. Йылы юрған Саҡмағош ауылының Солнечная урамы, 7се йорт адресы буйынса йәшәүсе З.Муллаянова, салат һауытттары йыйылмаһы район үҙәгенең Аҙатлыҡ урамы, 67а йорт адресы буйынса ғүмер итеүсе Р.Әкбәров, йоҡа плед Кушнаренко районының Ҡаҙарма ауылындағы Үҙәк урамда йәшәүсе Ф.Имаева, һыу һауыттары менән графин й ы й ы л м а һ ы С а ҡ м а ғ ош районындағы Имәнлеҡул ауылы, Ф.Мусин урамы, 38нсе йорт хужабикәһе З.Мирғазова, урын-ер йыйылмаһы (постельный набор) Саҡмағоштоң Совет урамы, 185а йорто адресы

буйынса йәшәүсе А.Ғибәҙуллина, электр сәйнүге иһә Коммунистическая урамындағы 9нсы йорттың 10нсы фатирында ғүмер итеүсе Л.Шәйҙуллина өлөшөнә тәтегән бүләк булып сыҡты. Редакцияға бүләктәрҙе алырға килгәндә үҙегеҙ менән “Сарманай”ға яҙылыу

тураһындағы квитанцияғыҙҙы, паспорт, ИНН һәм СНИЛС таныҡлыҡтарын да алырға онотмаһағыҙ ине, тип иҫкәртәбеҙ гәзит уҡыусыларыбыҙҙы.
Читайте нас: