САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ноябрь 2018, 16:24

Ауылда кәрәкле һөнәр

Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығы начальнигы – өлкән дәүләт ветеринария инспекторы Азат Йыһаншин Кушнаренко ауыл хужалығы колледжында ошо уҡыу йортоноң ветеринария белгестәре, уҡытыусылары һәм уҡыусылары менән осрашты.

Башта ул колледждың тарих музейында булды. Унан ветеринария клиникаһының матди-техник базаһы менән танышты, кабинет һәм лабораторияларҙы ҡараны.

Уҡыу йорто директоры Рәзим Әйүпов йыйылыусыларға тәбрикләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.

–Беҙҙең колледжда республика ойошмалары һәм учреждениелары, район хакимиәте етәкселәре һәм

белгестәре менән осрашыуҙар үткәреү матур йолаға әүерелде. Улар тәжрибә уртаҡлашыу, яңы йыһаздар, мал һәм ҡош-ҡортто дауалауҙың алдынғы ысулдарын тәҡдим итеү, йәштәр араһында ветеринар белгеслегенең абруйын күтәреү һәм уҡыу йортон тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыуҙы ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Әлеге ваҡытта беҙҙә ветеринария белгеслеге буйынса республиканың ун ҡалаһы һәм районынан 110 егет һәм ҡыҙ белем ала. Бүлексә асылғандан алып ун биш йыл эсендә 700 ветеринария фельдшеры әҙерләп сығарҙыҡ, – тине ул.

Ветеринария идаралығы начальнигы сығышында үҙе етәкләгән хеҙмәт эшсәнлегенә туҡталды, ветеринарҙар алдында торған бурыстар тураһында һөйләне.

(Дауамын гәзитебеҙҙең сайтынан уҡығыҙ).


Читайте нас: