САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ноябрь 2018, 15:39

Гәзитле лә, бүләкле лә бул!

Ваҡытлы матбуғат баҫмалары редакциялары өсөн ҡыҙыу осор етте. Әлеге көндәрҙә киләһе йылға матбағаларға яҙылыу кампанияһының көсөргәнешле мәле.

Ошо уңайҙан “Башҡортос-тан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы ағымдағы подписка осоронда ҡала, район һәм төбәк-ара гәзиттәргә яҙылған актив әбүнәселәр араһында ҙур күләмле приз – велосипед һәм “Аҙна һайын бүләк от!” акцияһы сиктәрендә бүләктәр уйната.

Бындай приздар “Сарма-най” гәзитенә яҙылыусылар өсөн дә ҡаралған. Уныңшарттары ябай: почтальондарҙа, элемтә бүлексәһендә, почтамтта йәки редакцияларға килеп, кәмендә алты айға “Сарманай” гәзитенә яҙылып, квитанция күсермәләрен ул нәшер ителгән Саҡмағош мәғлүмәт үҙә генә килтереп йәки почта аша конвертҡа һалып ебәреп тапшырырға кәрәк буласаҡ. Был күсермәләр алда әйтеп үтелгән ике отошта ла ҡатнаша. Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына бындай үтенесебеҙҙе етке-– квитанцияла кеҫә

телефоны йәки йорт телефонының номерҙарын да яҙырға онотмаһағыҙ һәм күсермәне ағымдағы йылдың 15 декабренә ҡәҙәр тапшырып өлгөрһәгеҙ ине.
Читайте нас: