САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Октябрь 2018, 13:10

Тырыш хеҙмәт үҙ нәтижәһен бирер

Илеш районының барлыҡ агросәнәғәт комплексы предприятиеларына 1 октябргә малдарҙы йәйге лагерҙарҙан яҡшылап ремонтланған торлаҡтарға күсереү бурысы ҡуйылғайны.

«Илеш МТС» йәмғиәте эшсәндәре малдарҙы ҡышлатыуға ныҡлы әҙерлек менән килеп, беренселәрҙән булып йәйләүҙәрҙән һыйырҙар ҡайтарылды.

“Илеш МТС” йәмғиәте – нигеҙ һалынған көнөнән башлап, яңы технологияларға таянып эш итеүсе һәм ауыл хужалығы иҡтисадында тотороҡлолоҡто тәьмин итеүсе хужалыҡтарҙың береһе. Перспектива менән һәм алға ҡарап йәшәүсе директор, Башҡортостан ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре Рәүис Зарипов етәкселегендәге йәмғиәт баҫыусылыҡ, малсылыҡ тармаҡтарында яҡшы күрһәткестәргә ирешеп, йыл да муниципаль район хакимиәтенең Дипломы менән бүләкләнә.

Теләкәй һөтсөлөк фермаһына килеп инеү менән тәртип күҙгә ташлана. Бында малдарҙы йәйләүҙәргә күсергәс үк ремонт эштәре киң ҡолас ала. Айырып әйткәндә, утарҙар тиреҫтән таҙартылып, һыйырҙар торлағы иҙәненә плиткалар йәйелгән, тәҙрәләр йылытылған. Шулай уҡ һөт үткәргес, вентиляция шахтаһы ремонтланған, малдарҙы бәйләй торған сынйырҙар яңыртылған, дезинфекция эшләнгән, ағартыу-буяу эштәре башҡарылған. Өҫтәүенә, яңы һөт һыуытҡыс урынлаштырылған. Шуны ла билдәләргә кәрәк, ремонт заман талаптарынан сығып эшләнгәс, тейешле шарттар булғас, продукция етештереү ҙә арта бара. Әлеге ваҡытта көндәлек 39,09 центнер һөт 4,0 процент майлылыҡта юғары сифат менән реализациялана.

Яҡшы күрһәткестәр малдарҙы бай рацион нигеҙендә ашатыуға бәйле, әлбиттә. Һауын һыйырҙарына бесән, һалам, сенаж, силос, ҡатнаш азыҡ, патока, түп бергә ҡушылып, «Хозяин» агрегаты менән һалына. Әлеге эш механизатор Олег Никоновҡа ышанып тапшырылған. Әйтергә кәрәк, ҡатнаш азыҡ, шулай уҡ рапстан түп йәмғиәттең үҙендә эшләнә. Фермала хеҙмәттәрен яратып башҡарыусы биш һыйыр һауыусы – Әлфисә Фәррахова, Гөлнәзирә Нәбиева, Резеда Сәлимова, Ләйсән Әмирйәнова, Раушания Ғәзизова көс һала. Әйтергә кәрәк, көтөүлекте яңыртыу маҡсатында 55 тана бәйләнгән.

(Дауамын гәзитебеҙҙең 10 һанында уҡығыҙ).


Читайте нас: